Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
20 Ноябрь 2019, 14:30

Бөгөн - Бөтә донъя балалар көнө

Бөгөн - Бөтә донъя балалар көнө Донъялағы бөтә балалар ҙа һау-сәләмәт, ата-әсәле һәм бәхетле булһын!

БАЛАҠАЙЫМ - ҺӨЙӨҮ ЕМЕШЕМ

Балам көлөүҙәре – эскерһеҙ моң,

Шишмә сыңы, ҡояш йылыһы.

Ҡурай тауышының ауаздары,

Йөрәк түрендәге йыл йыры.


Балам көлөүҙәре – иң ихлас йыр,

Тәбиғәттең наҙлы нотаһы.

Ысынбарлыҡ донъяһына илтә,

Ә унда һуң – йыһан ҡоттары!


Балаҡайым, балам, йән киҫәгем,

Шаян утым, тылсым сәғәтем.

Һине күреп ваҡыт туҡтап ҡала,

Юлдан яҙа ғүмер тәҡәте.


Тын алышың – минең һулар һауам,

Ә көлөүең – йөрәк тибешем.

Йылмайыуың менән мин йәшәйем,

Балаҡайым, һөйөү емешем!


Рәзилә Ырыҫҡужина
Читайте нас: