Театр балалар өсөн әкиәт, мөғжизә һәм тылсым иле булһа, тәрбиәселәр өсөн ул тәрбиәүи эштең бер сараһы. Театрлаштырыу эшмәкәрлеге балалар баҡсаһындағыкескәйҙәр тормошона төрлөлөк индереп кенә ҡалмай,бала шәхесенең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеп, уларға шатлыҡ бүләк итә. Уның ашатәрбиә-белем биреүҙең бик күп маҡсаттарына ирешергә була.
Мәҫәлән, дөйөм үҫеште, фекерләүен, ижади һәләттәрен, рухи ҡиммәттәрҙе, ныҡышмалылыҡты үҫтерә. Минеңсә, иң мөһиме театрлаштырыу эшмәкәрлеге балаларҙың тәртибендә социаль тәжрибә күнекмәләрен формалаштыра. Шуға ла беҙ – тәрбиәселәр был эшмәкәрлек төрөнә ҙур иғтибар бирәбеҙ.
Рәсәй Президенты В.Путин тарафынан 2019 йыл –Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Был йәһәттән илебеҙҙә бик күп сағыу саралар ойошторолоп, үтеп тора. Беҙҙең “Ләйсән” балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы. Беҙҙең “Бал ҡорттары” башҡорт кескәйҙәр төркөмөндә ата-әсәләр ярҙамы менән театр мөйөшө ойошторолдо. Айырыуса Гөлсәсәк Абдрахмановаға ҙур рәхмәт еткерге килә. Сөнки Гөлсәсәк Фәтих ҡыҙы күп балалы әсәй булыуынаҡарамаҫтан,төркөмөбөҙҙөң ҡурсаҡ театрына бик күп ҡурсаҡтар бәйләне һәм текте.
Мин, төркөм тәрбиәсеһе булараҡ, йыл буйы кескәйҙәргә өҫтәл, бармаҡ, фланелеграф театрҙары аша“Шалҡан”, “Йомро икмәк”, “Сыбар тауыҡ”, “Тирмәкәй”, “Ҡуяндың өйө”, “Бейәләй” кеүек ҡыҙыҡлы әкиәттәр күрһәттем. Шулар араһынаниң сағыуһәм иҫтә ҡалырлығы ул 8Март һәм Әсәйҙәр көнөнә арнап ҡуйылғанылыр.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, кескәйҙәргә «Терпе балаһы нисек әсәһенә бүләк тапҡан» әкиәтендә тәрбиәселәр Асия Шәфҡәт ҡыҙы Шәйәхмәтова менән Гөлназ Миңлебай ҡыҙы Назарова терпе һәм ҡуян роленбашҡарҙы. Бик оҫта уйнанылар.Уларҙың сығышын ҡарап, кескәйҙәр урмандағы йәнлектәрҙеңдә әсәйҙәре барлығын һәм уларҙа әсәйҙәрен байрам менән ҡотлауҙарын белде. Әкиәт тамамланғас,кескәйҙәребеҙҙең әсәйҙәре көй аҫтында залға килеп инде һәм балаларүҙҙәренең ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен – сәскәләрен бүләк иттеләр. Әсәйҙәрҙең һорауы буйынса әкиәт тағын бер тапҡыр әсәйҙәргә күрһәтелде.
Ә Әсәйҙәр көнө уңайынан кескәйҙәр әсәйҙәрен тәбрикләп, “Әсәкәйем – күҙ нурым ” тип аталған байрам тантанаһына йыйҙы.Улар әсәйҙәренә бағышлап, шиғырҙар ятлап ишеттерҙе, “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” һәм урыҫ телендә “Я пеку, пеку” йырҙарын да биккүңелле генә йырланылар. Байрамға тиклем әсәйҙәргә “Бесәй балаһы нисек итеп әсәһен эҙләп тапҡан” әкиәтен ҡуйырға тип тәҡдим яһағайным, әсәйҙәр дәртәләнешеп риза булды. Бесәй балаһы һәм бесәй ролен – Зүлиә Мусина, ҡуян һәм ҡуян балаһын – Гөлсәсәк Абдрахманова, айыу балаһы һәм ҡартатайы ролен Гөлназ Юлдашбаева, төлкө һәм төлкө балаһын Гөлназ Мусаҡаева, сысҡан роленМаргарита Ниғмәтуллина, эт роленГөлсөм Хужәхмәтова башҡарҙы. Ролдәрҙе бүлеп биргәндән һуң репетициялар үткәрелде. Күпселек әсәйҙәр эшләп йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, көндә репетицияларҙы ҡалдырманы. Йәш әсәйҙәр бирелгән ролдәргә инеп, балаларға бик матур тамаша ҡуйҙы. Әкиәттең һәр геройы музыка етәксеһе Светлана Миҙхәт ҡыҙы оҫта итепһайлап ҡуйған көй аҫтына сыҡты. Кескәйҙәр әкиәтте иҫтәре китеп ҡараны. Был әкиәт аша балалар әсәйҙәрҙе тыңлап йөрөргә кәрәклеген, өйҙән ситкә рөхсәтһеҙ китергә ярамағанлығы хаҡында белде.
Рәсилә Күҙәшева, “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.