Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
30 Ноябрь 2019, 16:00

Ауылының уңған кешеләре

Буранғол ауылында йәшәүсе Зәйнетдин һәм Әлфинур Юлсановтар өс малайға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Иң өлкән улдары 1968 йылда донъяға килә һәм уға Илгизәр тип исем ҡушалар. Артабанғы һүҙем Юлсановтарҙың уңған балалары хаҡында булыр.

Буранғол ауылында йәшәүсе Зәйнетдин һәм Әлфинур Юлсановтар өс малайға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Иң өлкән улдары 1968 йылда донъяға килә һәм уға Илгизәр тип исем ҡушалар. Артабанғы һүҙем Юлсановтарҙың уңған балалары хаҡында булыр.
Илгизәр Буранғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң урта белем тураһындағы таныҡлыҡты Таҙлар мәктәбендә ала. Ул осор малайҙарының күбеһе хыялланғаса, Илгизәр ҙә Мораҡ ауыл хужалығы училищеһында уҡып “ВС” категориялы водитель һәм киң профилле механизатор һөнәренә эйә була. Уҡыуынан һуң Карл Маркс исемендәге туған колхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай.
Илгизәр 1986 йылда армия сафына алына һәм унда ла водитель булып хеҙмәт итә. Һалдат яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн уның ата-әсәһенә хәрби часть командирының Рәхмәт хаты ебәрелә. Армиянан ҡайтҡас, егет ең һыҙғаныпГАЗ-53 йөк автомашинаһында колхозда эшкә урынлаша. Уңған, яуаплы булғаны һәм һәр эште урынына еткереп башҡарғаны өсөн Илгизәр һәр ваҡыт кешеләр араһында маҡталып телгә алына, намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар колхоз идараһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ике йыл тирәһе колхоз рәйесен дә йөрөтә.
1989 йылдың көҙөнә Бикбирҙе ауылынан Ниғмәтйәнов Мөхәмәт һәм Аҡһылыуҙың ҡыҙҙары Светланаға өйләнә һәм йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар итә. Юлсановтар Буранғол ауылында ҡарталары Хөснетдин Юлсановтың йәшәгән нигеҙенә ҡушлатып 1992 йылда ҙур, матур итеп өй һалып инәләр. Светлана “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, һуңынан, 2007 йылдан “Нәфисә” магазинында һатыусы булып эшләй. Эшенән һуң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, концерттарҙа матур итеп йырлай, бейей, спектаклдәрҙә ла оҫта уйнай.
Юлсановтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә 1992 йылда улдары Фирғәт, 1997 йылда ҡыҙҙары Луиза, 2002 йылда улдары Фидарис тыуа.
Колхоз тарҡалғас, Илгизәр ике йыл мәктәптә водитель булып эшләй. Әлеге ваҡытта мал ишәйтеп, буралар бурап, һатып ғаилә бюджетын тулыландыра. Йылҡы малдарыла аҫрайҙар.
Өлкән улдары Фирғәт бала саҡтан хеҙмәт һөйөп, спорт менән дуҫ булып үҫә. Саңғыны үҙ итә, район ярыштарында күп осраҡта призлы урындарҙан ҡалмай. II курстан һуң армия сафына алына. Ҡайтҡас, ауыл клубы мөдире булып эшләй башлай. Муйнаҡ ауылы ҡыҙы Әлиә Заһир ҡыҙы менән матур ғаилә ҡоралар. Был татыу ғаиләлә Асель һәм Фидәлиә исемле ҡыҙҙар үҫеп килә.
Бөгөнгө көндә Фирғәтте районыбыҙҙа белмәгән кеше аҙҙыр. Райондың күпселек клубтарында сығыш яһап, “Беҙ ауылдың шәп егеттәре!” исемле йыры менән танылыу яуланы. Әле лә ул район йыр конкурстарында ҡатнашып, 1-се дәрәжәләге диплом һәм грамоталар алып килә.
Луиза Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ медицина колледжына инеп, шәфҡәт туташы белгеслегенә эйә була. Әлеге ваҡытта ул Кумертау ҡала дауаханаһында өлкән медсестра булып эшләй.
Фидәристә ағай-апайҙарынан ҡалышмаҫҡа тырыша, уҡыуында яҡшы билдәләргә өлгәшә. Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класын тамамлағандан һуң, Кумертау ҡалаһындағы авиация колледжында уҡыуын дауам итә. Спорт ярыштарында ҡатнаша, шиғыр-йыр конкурстарынан ҡалмай. Әүҙем егет Баймаҡ ҡалаһында ойошторолған “Ирәндек ынйылары” фестивалендә 1-се дәрәжә диплом, районыбыҙҙа үткән “Ҡош юлы” фестивалендә гитарала уйнап, йырлап 2-се урын, Иҫәнғолда үткән рок-фестивалдә ҡатнашып 2-се урын, Рубик кубигы ярыштарында 1-се урындарҙы яулай.
Колледжда
уҡыу дәүерендә әле лә Фидәрис төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Ҡала
беренселегенә үткәрелгән кроста 2-се урын ала, уҡыу йортоноң КВН командаһында
ла уйнай. Өфө ҡалаһында үткәрелгән “Мостай Кәрим уҡыуҙары”нда 93 ҡатнашыусы араһынан 1-се
дәрәжәләге дипломға лайыҡ була.Афарин, Юлсановтар!
Читайте нас: