Һөйләйем әле, балам, һөйләйем әле,
Һүҙҙәремдә бөтә моңдарым.
Вафат булһам, балам, уҡыт Ҡөрьән,
Тәҙрәңдән ҡайтып тыңлармын.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,
Миңә атап Ҡөрьән уҡытһаң,
Ҡәбер эстәрендә нур булыр.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,
Иң ғәзизем һеҙ бит, балаҡайым.
Аҙна кисе еткәс, йәнем ҡайтыр
Аҡ күбәләк булып, балаҡайым.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,
Рухым китмәҫ һинең яныңдан.
Бер хәбәр ҙә һиңә бирә алмам
Мәңге ҡайтмаҫ изге урындан.
Тар ҡәберҙә, ҡара гүр эсендә
Һин-баламдан доға көтөрмөн.
Доға булһа мин дә шат булырмын,
Онота ҡалһаң, ни хәл итермен?
Саҙаҡа бир, балам, йомаларҙа,
Ҡотолормон шул саҡ ғазаптан.
Изгелегең, балам, сауап булып,
Зинһар әйтәм, балам, туғандарым,
Бәхил булып минән ҡалығыҙ.
Алып барып гүргә индергәс тә
Тәһлил әйтеп тупраҡ һалығыҙ.
Юҡ, илама, балам (туғандарым), йәшең түкмә,
Бер Хоҙайым тел асҡысы бирһен
Мөнкир, Нәнкир яуап алғанда.
Сәхрәләрҙә яңғыҙ йөрөгән саҡта
Хызыр Ильяс булһын юлдашым.
Тар ҡәберҙә үтер яңғыҙ башым,
Ысын иманым булһын юлдашым.
Яңғыҙымдан донъя эше өсөн
Ысын иманым булһа яндарымда
Йәннәттәрҙән урын бирерҙәр.
Зинһар әйтәм, балам, ихлас менән
Саҙаҡалар биреп, доға ҡылып,
Буш үткәрмә йома кисемде.
Етемде лә, балам, үткәрә күр,
Башҡа кеше өсөн ғибрәт булыр –
Көндәр үтер, балам, йылым етер –
Иҫкә алығыҙ мине тағы ла.
Ҡарт-ҡороға хәйер биргеләп тор
Һау-сәләмәт булған сағыңда.
Быны яҙҙым көндөҙ йома көнө
Әкрен генә елдәр иҫкәндә.
Йөрәккәйем әрней, күңелем ярһый,
үлгән кешеләр иҫкә төшкәндә.
Йәмһеҙ үлемдән үҙең һаҡла.
Хәйерле үлемдәр бир Хоҙайым.
Ауыҙымдан йәнем сыҡҡан саҡта