Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
5 Декабрь 2019, 19:03

Йыйыштырған кеше юҡ, әммә бында таҙа, Йәки Америкала, ҡыҙым янында ҡунаҡта

Лос-Анджелес! Уның ҙурлығына, күккә ашҡан ҡоролмаларға ҡарап хайран ҡалам,ә аэропорт, гүйә, үҙе бер ҙур ҡала! Шунда ғына үҙемдең ниндәй ҡыйыу аҙым эшләгәнемде аңланым һәм юғалып ҡалдым...Муйнаҡ ауылынан Ғәлиә Йәйҡолованың сәйәхәтнамәһен сайтта уҡығыҙ.

Ошо көндәрҙәМуйнаҡ ауыл китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар клубыағзалары Америка Ҡушма Штаттарында булып ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Ғәлиә Йәйҡолова менән осрашыу үткәрҙе. Ғәлиә Иҙел ҡыҙы беҙҙе ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла ентекләп яуап бирҙе. УлМуйнаҡ тулы урта белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Америкаға ҡыҙы янына ҡунаҡҡа барҙы.Ғәлиә Иҙел ҡыҙыныңюл тәьҫораттары “Ейәнсура таңдары” гәзите уҡыусыларын да ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым.
Ф.Әбделғужина, китапханасы.
Был сәйәхәт бер йыл элек сит ил паспортын юллауҙан башланып китте. Сит ил паспортын алғас та Ектеринбург ҡалаһындағы Америкаилселегенә ғариза яҙып. докуметтарымды ебәрҙем.Дүрт айҙан саҡырыу ҡағыҙы килде һәм бик ентекле тикшергәндән һуң миңә был илгә инергә рөхсәт бирелде.
Сит илгә беренсегә сығыуым,шулай ҙа артыҡ тулҡынланмайым, сөнки ҡыҙым,Рәсәй территорияһындаүҙеңде яҡшы тойһаң, Америкаға инеү менән, нимә генә булмаһын,мин һиңә ярҙам итә аласаҡмын,тип тынысландырҙы. Телде бөтөнләй белмәүем өсөн генә аҙыраҡ борсолдом.Интернет селтәрендә сит илгә инеү ҡағиҙәләрен өйрәндем. Иң мөһиме – паспорт контроленүтеү икәнен яҡшы аңлайым.
Бына, ниһайәт, Мәскәүҙә Лос-Анджелесҡа самолет көтәм. Пассажирҙар күберәк йәштәр, бәләкәй балалылар ҙа бар. Минең урыным русса һөйләшкән әрмән ғаиләһеменән тура килде.Ағайҙарҙың береһе – Америкала,икенсеһе Әрмәнстанда йәшәй. Лос-Анджелесҡа барып еткәнсе береһе – Америкала,икенсеһе тыуған илеңдә яҡшыраҡ,тип бәхәсләшеп, ике илде төрлө яҡлап сағыштырып барҙы. Самолеттаһәр кем алдындағы экранда ҡайҙа, ниндәй тиҙлек менән осоуыбыҙ, тыштағы температура күрһәтелә, кино ҡарарға ла була.12 километр бейеклектә, сәғәтенә 780-800 кмтиҙлек менән осабыҙ, тышта 68-72 градус һыуыҡ.Кино ҡарай-ҡарай, ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә –12 сәғәттән самолет тиҙлеген әкренәйтте.Иллюминаторҙан зәп-зәңгәр булыпокеан күренә. Иҫ киткес матур!
Лос-Анджелес! Уның ҙурлығына, күккә ашҡан ҡоролмаларға ҡарап хайран ҡалам,ә аэропорт, гүйә, үҙе бер ҙур ҡала! Шунда ғына үҙемдең ниндәй ҡыйыу аҙым эшләгәнемде аңланым һәм юғалып ҡалдым... Быны һиҙгән юлдаштарым мине паспорт контроленә тиклем оҙатып,телефон номерҙарын биреп,ярҙам кәрәк булһа, тартынмай шылтырата алыуымды әйтеп, хәйерле юл теләп,үҙ юлдарында булды. Сиратта торам.Туристар күп, төрлө телдә һөйләшәләр,русса һөйләшкәндәр ҙә бар. Ололар бик аҙ.Төрлө илдән килгәнйәштәр шул тиклем матур. Ҡара тәнлеләрҙең шундай ҙа һылыу булыуҙарына һоҡландым.
Тикшереүҙе үтеп,артабан Сиэтл ҡалаһына осоу өсөн кәрәкле терминалды табып, уңайлы креслола урын алғас ҡына, тирә-яғыма күҙ һалам. Иң тәүҙә фантастик кино геройҙары кеүек кешеләрҙеңкүплеге аптыратты. Унан 70-80 йәште уҙғандарҙың йәштәрсә кейеменә, модалы прическаһына, макияжына,төп-төҙ буй-һынынаиғтибар итәм. Аэропорт хеҙмәткәрҙәренең етеҙ, ышаныслы хәрәкәте,ҡәнәғәт йылмайып һөйләшеүҙәре, эште еренә еткереп, теләк менән башҡарыуҙары,пассажирҙарға ҡарата яғымлы һәм иғтибарлы булыуҙарытынысландыра. Минең инглиз теленбелмәгәнемдеаңлауменәнурыныма тиклем алып барып ултыртып, әйберҙәремде ҡуйырға ярҙам иттеләр, билетыма ҡарап, киләһе аэропорт хеҙмәткәрҙәре иҫкәртелгәнбулып сыҡты.Бер ҡыйынлыҡһыҙ Сиэтл ҡалаһына осоусы самолетҡа күсеп ултырам. Бөтә ерҙә: “Һеҙгә Америка оҡшаймы?” тигән һорау бирәләр. Был һорау исем өсөн генә бирелмәй.Һинең яуабыңды тыныс ҡына күҙеңә тура ҡарап көтәләр. “Эйе,бик ныҡ оҡшай!”тигән яуапты ишеткәс,шул тиклем ҡыуаналар. Бер ай эсендә был күренеш көн һайын тигәндәй ҡабатланды.
Анкоридж!Ыҡсым,таҙа,иҫ киткес тәбиғәтле,түбәһен мәңгелек боҙҙар ҡаплаған тауҙарға һыйынған Тымыҡ океан ярындағы матур ҡала.Хатта,ҡайтҡас, беҙҙең тауҙар бәләкәс кенә кеүек тойолдо.Туҡланыу урындарының күплегенә,ундағы тәртип һәм таҙалыҡҡа, уңайлымөхиткә иғтибар итәм. Кафе,ресторандарҙың биҙәлешебереһе икенсеһен ҡабатламай, ошо ерлеккә хас миллилек, тәбиғәт күренештәре заманса зауыҡлы итеп күрһәтелгән, төҫтәргаммаһы,геометрик фигуралар интерьерҙа оҫта ҡулланылған.Сепрәк-сапраҡ биҙәлештә ҡулланылмай,тик салфеткалар ғына туҡыманан. Йорт йыһаздарыла ошоға тартымябай һәм уңайлы.
Сәйәхәт итергә әүәҫ американдар машина ярата, бөтәһендә лә ҙур-ҙур “внедорожниктар”, йәйәү йөрөгән кеше юҡ.80-гә еткән ҡарсыҡтар ҙа елдереп120-140 тиҙлек менән машинала йөрөй.Аляскала төпләнеп ҡалған ғаиләләрҙең һәр береһенең самолеты бар. Ҡала ситендә махсус туҡталҡала меңгә яҡын самолет тора.Тәүлек әйләнәһенә улар күктә өйөрөлә.Төндә улар ҙур йондоҙкеүек күренәләр. Бөтә ерҙә хәрәкәт:күктә төрлө-төрлө самолеттар,океанда пороходтар,ерҙә ҙур-ҙур машиналар...
Аралашырға яраталар бында. Шуға күрә кеше күп йөрөгән урындар бик шаулы. Ҡаланы өскә бүлеп ҡарарға була.Үҙәктә бейек ҡоролмалар – унда офистар,кафе-ресторандар,магазиндар.Улар киске 8-гә тиклем генә эшләй. Ошо үҙәкте уратып, 2-3 ҡатлыкоттедждар, американлылар күп ҡатлы йорттарҙа йәшәмәй. Ҡаланың ситендә – бик күп супермаркеттар, төрлө-төрлө спорт, ял коплекстары.Һәр береһендә яҡшы итеп йыһазландырылған туҡланыу урындары бар. Төндә үҙәк бушап ҡала, бөтә офистар ябыла. Шуға ла кеше ике урында,көндөҙ – үҙәктә,кис ҡала ситендәге ял итеү урындарында эшләргә мөмкин. Был студеттар өсөн бик уңайлы.
Ризыҡтың төрлөлөгө... Шул тиклем күп һәм беҙҙекенә бөтөнләй оҡшамаған. Ресторан, кафеларға инеп ултырыу менән ҙур стакандар менән һыу алып киләләр, һыу бушлай. Америкала сәй эсеү юҡ. Крандан аҡҡан һыу тап-таҙа. Шуға ла тәм-том,кәнфит,шоколад,печеньелар ҙа юҡ тиерлек. Емеш-еләк, йәшелсә һәм ит-һөттө һатыуға фермерҙар сығара. Кафе, ресторандарҙа аш-һыуҙы ниндәй фермерҙан алынған продукттан бешерелгәнен ентекле яҙалар. Һиңә тигән ризыҡты нисек әҙерләүҙәрен ҡарап тороу мөмкинлеге бар. Ризыҡтың сифатына ныҡ иғтибар итәләр.Сит илдекен ҡулланмайҙар.
Ҡаланы уратып тротуар үтә. Йүгереүселәр,этен йөрөүселәр бик күп. Ҡала ситендәге был юлды бер кем таҙартмай,әммә сүп-сар юҡ. Парктар күп.Ҡала уртаһындағы күлдә аҡҡоштар, ҡыр ҡаҙҙары,өйрәктәр йөҙә. Ҡала ситендә мышы,болан,хатта айыуҙарҙы осратырға мөмкин. Тәбиғәт иҫ киткес матур,таҙа һәм кешеләргә яҡын. Тауҙағы боҙлоҡтарҙан ағып төшкән йылғаларҙың һыуы эсергә яраҡлы.Тау йылғалары ҡаяларҙы ярып,шарлауыҡтар яһап, ярһып аға.Ошо матурлыҡты күрергә килеүселәр күп, әммә төбиғәттә ашап-эсеп ултырыу өсөн өҫтәл,эскәмйәләр ҡуйылмаған. Уның өсөн турбазалар бар. Сувенирҙар,спорт кейемдәре һәм ҡоролмалары магазиндары шунда урынлашҡан. Тау саңғыһы,сноуборд – ныҡ популяр.
Музей яңы технологиялар менән йыһазландырылған. Бөтә ерҙә ҙурэкрандар, һәр залда темаһына ҡарап талғын музыка уйнай.Тематик залдар күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы. Аляска менән ҡыҙыҡһынғандарға,ерҙең барлыҡҡа килгәненән башлап бөгөнгө көнгә тиклем бөтә материал бар. Ябайғына әйберҙәрҙе лә шул тиклеммауыҡтырғыс,кешенең иғтибарын тартырлыҡ итеп күрһәтә белгәндәр. Бөтә әйберҙәрҙе тотоп,ҡулланып ҡарарға мөмкин. Музейға ай һайын уртаса 60-80 мең кеше килә. Ул сувенирҙар магазины, ресторан, банкет залы, балалар өсөн кластар һәм ҙур залдарҙан тора. Сувенирҙарҙы ерле халыҡ ҡына етештерә ала.Улар морж һөйәктәренән, алтын -көмөштән,йәнлек тиреләренән эшләнгән. Хаҡтары шул тиклем ҡиммәт.Бәйләнгән әйберҙәр ҙә бар. Ябай ғына итеп бәйләнгән шарф табеҙҙең аҡса менән 10-12 мең тора. Ҡытайҙан, Европа илдәренән туристар күп, ҡайһы саҡ Рәсәйҙән дә осрай, әммә бик һирәк.
Майҙан сентябргә тиклем Европанан Аляскаға тура рейстар асыла. Европалылыр унда һөмбәш (лосось) балығы менән туҡланырға тип махсус баралар. Был осорҙа йылғаларҙың ярында ҡармаҡ һалырға урын булмай, балыҡсылар шул тиклем күп була, тип һөйләйҙәр.
Иң аптыратҡаны – кафе, ресторандарҙа, ял итеү урындарында ололар, урта йәштәгеләр. Бер ерҙә лә балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә юҡ. Уларҙы тик ял көндәрендә ата-әсәләре менән осратырға мөмкин.
Ҡайтырға сығам. Күңелде һағыш сорнай. Бер аҙ моңһоу... Һау бул, Америка! Тағы ла осрашырға яҙһын!

Ғәлиә Йәйҡолова.
Читайте нас: