Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
12 Декабрь 2019, 18:00

Беҙ ҙә һалдат булырбыҙ!

Тыуған ил алдындағы бурыстарын үтәп, ауылыбыҙҙы гөрләтеп, бер-бер артлы дүрт егет әрме сафынан ҡайтып төштө. Уларҙы “Азамат” балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Сирғол ауылының балалар баҡсаһында үткән осрашыу тураһында сайтта уҡығыҙ.

Тыуған ил алдындағы бурыстарын үтәп, ауылыбыҙҙы гөрләтеп, бер-бер артлы дүрт егет әрме сафынан ҡайтып төштө. Уларҙы “Азамат” балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Виктор Егоров менән Ғәзинур Аҙнағолов осрашыуға килә алманы. Ә Илһам Аҙнағолов менән Филүз Ҡунаҡҡужин кескәйҙәр менән ихлас аралашты: нисек хеҙмәт итеүҙәрен һөйләне, аҡыллы кәңәштәр бирҙе.
– Армияға тик тырыш һәм сәләмәт егеттәрҙе генә алалар.
Шуға ла, малайҙар, бөгөндән әҙерләнә башлағыҙ! – тине ағайҙар.
– Беҙ ҙә үҫкәс һеҙҙең кеүек аҡыллы, батыр буласаҡбыҙ, әрмегә барасаҡбыҙ! – тип яуапланы буласаҡ һалдаттар.
Ана шундай өлгө алырҙай ағайҙары булғанда малайҙар батыр булып үҫеп етер ҙә, һис шикһеҙ, барырҙар! Тыуған илебеҙ көслө, аҡыллы, ҡыйыу егеттәр ҡулында булыр!
Зифа Аҙнағолова, тәрбиәсе.
Сирғол ауылы.
Читайте нас: