Бик борон, ер йөҙөндә нимә күҙҙәренә күренә барыһын да тотоп ашарға ғына торған, тик ҡырағай хайуандар ғына йәшәгән дәүерҙә, бер ҡәбилә ғүмер иткән, ти.
Бер көн быларға фажиғә килә, ҡәбилә йәшәгән мәмерйә алдына ҡылыс тешле бер юлбарыҫ эйәләшә. Уны үлтерергә бер яугирҙең дә көсө етмәгән. Кешеләр ҡасып бикләнеп ҡалған. Инде ҡояш ун тапҡыр байығансы бер нәмә лә ашамаған улар. Яугир ҡәбиләнең тәненән көс китә башлаған. Ә мәмерйә алдынан юлбарыҫ китмәгән дә китмәгән. Шунан бер ваҡыт башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ҡатын торған да ҡәбилә башлығы эргәһенә килеп былай тигән:
– Һин – иң көслө яугир, иң етеҙ һунарсы, шәп йүгерә алаһың. Һинең тиҙлегең генә беҙҙе ҡотҡара ала. Бер ниндәй юлбарыҫ та һинең менән етеҙлектә ярыша алмай, сөнки һин аҡыллы ла. Һин уны хәйлә менән еңә алаһың һәм еңеү һинеке буласаҡ!
Ҡатындың һүҙҙәре ҡәбилә башлығына үҙенең элекке еңеүсе ҡиәфәтен иҫенә төшөрә һәм ул башын күтәрә. Башлыҡҡа был ҡатындың һүҙҙәре оҡшап ҡала, уны тыңлағандан-тыңлағыһы килә, сөнки был һүҙҙәрҙән ҡәбилә башлығы рухлана һәм үҙе менән ғорурланыу хисе уяна, үҙен лайыҡлы ҡәбилә башлығы итеп таный.
Ҡатын башлыҡтың күҙҙәренә ҡарай һәм унда: “Зинһар, туҡтама, тағы ла һөйлә!” – тигән һүҙҙәрҙе уҡый, ул телмәрен дауам итә:
– Беҙ һинең өсөн бер йөк кенә, данлыҡлы башлығыбыҙ. Һин юлбарыҫты беҙгә, бер өйөр көсһөҙ кешеләргә ҡарағанда, яңғыҙың тиҙерәк үлтерәсәкһең. Күренмәй генә мәмерйәнән сыҡһаң, юлбарыҫ өсөн көтөлмәгән хәүеф тыуҙырасаҡһың. Ул урынынан ҡалҡынып та өлгөрмәҫ, һин тиҙ генә һөңгөңдө уның йөрәгенә ҡаҙарһың.
Мин беләм, был фәҡәт шулай буласаҡ. Һин уны үлтерәсәкһең һәм беҙ уны ашаясаҡбыҙ, ә аҙаҡ, көс йыйғас, хәүеф янамаған ергә күсеп китәсәкбеҙ. Һин беҙҙе ожмахҡа алып барасаҡһың. Мин быны беләм!
Был һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, ҡатын үҙенең урынына барып ултыра ла күҙҙәрен йома. Ә ул ысынында ҡәбилә башлығынан бер нәмә лә көтмәй, бары тик ышана ғына, сөнки ул ир кеше, уның көсө беҙҙе ҡотҡарасаҡ тип инана. Ҡәбилә башлығының урынынан ҡуҙғалмай ултырғанына ла ҡайғырмай, сөнки башлыҡ һәр ваҡыт үҙе хәл иткәнен белә.
Шулай итеп, мәмерйәлә ултырыусыларҙың ун беренсе көнөнөң яртыһы үтеп китә. Мәмерйә эсендәге эҫелектән, аслыҡтан йонсоған кешеләр, ҡатын да йоҡлап китә.
Ҡатын ҡаты ҡысҡырышыуға уяна. Бөтә ҡәбилә шатлығынан һикерешеп бейей икән. Ҡәбилә башлығы юлбарыҫты үлтергән!
Ысынында, ҡәбилә башлығы бөтәһенең дә, шул иҫәптән юлбарыҫтың да йоҡлап киткәнен көтә лә мәмерйәнең ауыҙына ҡапланған ташты кинәт юлбарыҫтың өҫтөнә ауҙара һәм ҡапыл албырғап ҡалған йыртҡыстың йөрәгенә тиҙ генә һөңгөһөн ҡаҙай. Был еңеүгә шул тиклем тиҙ һәм еңел өлгәшелә, хатта ҡәбилә башлығы үҙенә лә ышанып етмәй. Ул үҙенә ышаныс белдергән был ҡатындың шул тиклем аҡыллы һәм хәйләкәр икәнлеген аңлай, уның эргәһенә тағы барғыһы, яҡшы һүҙҙәр ишеткеһе килә. Ҡатын уға:
– Олуғ башлығыбыҙ, һин йыртҡысты еңдең, беҙҙе ҡотҡарҙың. Һин – бөйөк яугир! Ошо ҡаһарманлығыңды һәр ваҡыт иҫләрмен. Һәм, зинһар, беҙҙе ҡурҡыныс янамаған ергә алып бар, – тип үтенә. Ҡәбилә башлығы уға:
– Ярар, һеҙҙе мотлаҡ яңы хәүефһеҙ урынға алып барасаҡмын, – тип һүҙ бирә. Ә үҙе эстән генә: “Был ҡатын – минең бәхет бетеүе. Уның миңә ышанып һөйләгән һүҙҙәрен көн һайын тыңлағым килә. Нимә генә булмаһын, мин һәр ваҡыт уға ышаныс күрһәтеүен тойор өсөн киләсәкмен”, – тип уйлай.
Ә ҡатын эстән генә: “Мин уның көсөнә ышаныуыма ҡарағанда, ул минең ышанысыма нығыраҡ мохтаж. Мин уға ышанған һайын, ул нығыраҡ көслө була бара”, – тип уйлай.
Йылдар үткәс, ҡатын үҙенең ҡыҙына ошо бишек йырын йырлап йоҡлатыр булған. Уның тәржемәһе беҙҙеңсә ошолай яңғырай:
“Үҫеп еткәс, бөтә йөрәгең менән үҙеңә ышанған ирҙе һайла, һәр ваҡыт нимә теләйһең, ышаныс бағлап әйт уға, ул һәр ваҡыт шуны ғәмәлгә ашыра ала.
Һин уға үҙеңдең ышаныс көсөң менән кәрәк. Ҡояшҡа планеталар, кешеләргә кәрәккән кеүек һауа.
Һин уға кәрәкһең, унан башҡа ҡаһарман булмаҫ һис кем,
Һин уға кәрәкһең, һинең ышанысың булмаһа, ул йәшәй алмаясаҡ хатта таңға тиклем.
Ышан һин уға, һинең ышанысың һәр һүҙең менән барып етһен.
Әгәр уның менән һөйләшәһең икән – һәр һүҙең ышаныс менән тулы булһын, әгәр шымаһың икән, һинең шымыуың да уға ышаныс менән шымыу булһын”.