Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
16 Ғинуар 2020, 18:15

БАЛА САҠ ТӘМЕ!

Иҫләйһегеҙме?! Бәлки, йәшерәк быуын белмәйҙер ҙә әле.Элек мәктәп буфетында ошондай, тәмле генә пирожныйҙар һатыла ине. “Песочные” тип атала ине улар. 15 тинлек тә, ҙурырағы - 22 тинлеге лә була торғайны...Ана шул, бала саҡты хәтерләткән тәмлекәсте үҙебеҙ бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрә алабыҙ. Бының өсөн алабыҙ:

Иҫләйһегеҙме?! Бәлки, йәшерәк быуын белмәйҙер ҙә әле.
Элек мәктәп буфетында ошондай, тәмле генә пирожныйҙар һатыла ине. “Песочные” тип атала ине улар. 15 тинлек тә, ҙурырағы - 22 тинлеге лә була торғайны...
Ана шул, бала саҡты хәтерләткән тәмлекәсте үҙебеҙ бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрә алабыҙ.
Бының өсөн ярты кило он, 300 грамм аҡ май, 200 грамм ваҡ шәкәр, 2 йомортҡа (береһенең һарыһы ғына кәрәгәсәк), 2 грамм тоҙ, 1 грамм сода, ванилин, алма повидлоһы талап ителә.
Әҙерләү:
Майҙы ваҡлап, шәкәр, тоҙ, ванилин ҡушып,миксерҙа туҡыйбыҙ. Айырым сеүәтәлә 1 йомортҡа һәм икенсеһенең һарыһын туҡырға ла, май өҫтөнә аҙлап ҡына ағыҙып, ҡушып туҡырға. Содаһы һеркәлә яндырырға. Ондо иләргә һәм барыһын ҡушып, ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға.
Ҡамырҙы икегә бүлеп, һәр ҡайһыһын 1 см самаһы йәйеп, махсус ҡағыҙ түшәлгән противендә, 240 градус эҫелектә бешереп алығыҙ. Оҙаҡ тотмай, “алһыу”лана башлаһа – алығыҙ. Юғиһә, корждар ҡоро булыр. Шулайтып икенсеһен дә бешереп алығыҙ. Беренсе ҡатҡа повидлоның яртыһын һылап, икенсе корж менән ҡапларға. Ҡырҙарын тигеҙләп ҡырҡҡас, өҫтөнә ҡалған повидлоны һылайбыҙ. Ситен тигеҙләп ҡырҡыуҙанартҡан корж киҫәктәрен ваҡлып, повидло өҫтөнә һибәбеҙ.
Унан бер аҙға ҡалдырып тороу яҡшы булыр. Йомашара биргәс, пирожное итеп, киҫәктәргә ҡырҡырға ла, тәмлекәс менән сәй эсергә ҡала. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: