Орнитологтарҙың иҫәпләүе буйынса, Ер йөҙөндә 8600-гә яҡын ҡош төрө бар. Шуларҙың 300-ләп төрө Башҡортостанда осрай. Уларҙың иң күп өлөшө күсмә ҡоштар, йәғни көҙ етеү менән көньяҡ илдәргә осалар. Ләкин бик күп ҡоштар тыуған яҡтарын ташламай, ҡышларға ҡала. Ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ табыуы ауырлаша, тик беҙҙең ауылда түгел. Сөнки Абзан урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ҡоштарға тағараҡтар эшләп элде.