Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
11 Февраль 2020, 13:27

Ышанысты аҡларҙар тибеҙ

Ниндәй ғорурлыҡ, шатлыҡтан да ҙурыраҡ ул ғорурлыҡ! Күрәһегеҙме, был ҡартайҙың күҙҙәре нисек янып торғанын? Был ғорурлыҡ сатҡылары: ейәне армиянан ҡайтҡан, ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт иткән бит әле ул – Һауа десанты ғәскәрендә! Унда бит һәр кемде алмайҙар, һайлап ҡына.Был фотола һеҙ Ғәйҙәр Садиҡ улы Айытҡужинды күрәһегеҙ, ул үҙенең ҙур шатлығы менән уртаҡлашҡыһы килә. Ғорурланырлыҡ та шул:

Ниндәй ғорурлыҡ, шатлыҡтан да ҙурыраҡ ул ғорурлыҡ! Күрәһегеҙме, был ҡартайҙың күҙҙәре нисек янып торғанын? Был ғорурлыҡ сатҡылары: ейәне армиянан ҡайтҡан, ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт иткән бит әле ул – Һауа десанты ғәскәрендә! Унда бит һәр кемде алмайҙар, һайлап ҡына.
Был фотола һеҙ Ғәйҙәр Садиҡ улы Айытҡужинды күрәһегеҙ, ул үҙенең ҙур шатлығы менән уртаҡлашҡыһы килә. Ғорурланырлыҡ та шул: ейәне Зөфәр Зөлфәт улы Хөсәйенов Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә 9-сы класты тик яҡшы билдәләренә тамамлағандан һуң, Өфөләге яғыулыҡ һәм энергетика колледжын ҡыҙыл дипломға уҡып бөтөрөп өлгөрҙө. Армия сафында хеҙмәт иткәндә лә ул һынатманы, Рәхмәт хаттары килеп кенә торҙо. Тыуғанда ла берәгәйле, игеҙәк булып тыуҙы улар: иркәһе Зөлфиә бөгөнгө көндә БДПИ-ның сит телдәр факультетында уңышлы уҡып йөрөй. “Әл дә икәү булдылар, ҡартаһы менән талашып бөтөр инек бер бала өсөн”, – тиер ине өләсәләре Рәшиҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшиҙә апай иртәрәк мәрхүмә булды.
Ҡартаһы, атаһы, әсәһе менән бергә игеҙәктәрҙе бәләкәйҙән йорт-ҡуралағы бөтөн эштәргә, Зөфәрҙе йәнә машина йөрөтөргә өйрәттеләр. Зөфәр бер ҡасан да эштән ҡасманы, бөтә нәмәне өйрәнергә тырышты. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Ҡайтыу менән бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырманы, ата-әсәһенә, ҡартаһына кәрәк ярҙам күрһәтеп, БДУ-ның инженерҙар факультетына ситтән тороп уҡырға инде һәм эшкә лә урынлашты. Туғандарына – һаулыҡ, Зөфәргә уҡыуында, эшендә, киләһе тормошонда уңыштар теләргә генә ҡала. Туғандары ғүмер буйы Зөфәр һәм һыңары Зөлфиә менән ғорурланырҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ.