Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
5 Март 2020, 18:30

Әсәй – изге зат

Әсәйҙең нурлы йөҙөн күреп уяныу, уның йылы ҡосағында иркәләнеү – үҙе ҙур бәхет. Алтын кәңәштәре менән тура юлдан ғына атларға ярҙам иткән әсәйҙәргә бағышланды “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Йондоҙсоҡтар» төркөмөндә иртәлек. Балалар ысын әкиәт донъяһына сумды... Күңелгә үтеп инерлек йырын йырлап, йылмайыуын юғалтҡан Золушкаға барыһы ла ярҙамға ашыҡты. Ҡыҙыл ҡалпаҡлы ҡыҙ ҙа, өкө лә, һабан турғайы ла уның күңелен күтәрә алманы. Балаларҙың әсәйҙәре менән парлы бейеүҙәренән, уйындарынан, ниһәйәт, Золушканың йөҙөндә йылмайыу сағылды. Тик ул һаман да юғалған башмағын табыуҙан өмөтөн өҙмәне. Фея ярҙамында Золушканың башмағын принц алып килә...

Әсәйҙең нурлы йөҙөн күреп уяныу, уның йылы ҡосағында иркәләнеү – үҙе ҙур бәхет.
Алтын кәңәштәре менән тура юлдан ғына атларға ярҙам иткән әсәйҙәргә бағышланды “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Йондоҙсоҡтар» төркөмөндә иртәлек. Балалар ысын әкиәт донъяһына сумды... Күңелгә үтеп инерлек йырын йырлап, йылмайыуын юғалтҡан Золушкаға барыһы ла ярҙамға ашыҡты. Ҡыҙыл ҡалпаҡлы ҡыҙ ҙа, өкө лә, һабан турғайы ла уның күңелен күтәрә алманы. Балаларҙың әсәйҙәре менән парлы бейеүҙәренән, уйындарынан, ниһәйәт, Золушканың йөҙөндә йылмайыу сағылды. Тик ул һаман да юғалған башмағын табыуҙан өмөтөн өҙмәне. Фея ярҙамында Золушканың башмағын принц алып килә...
Балалар үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән ихлас башҡарҙылар. Рус төркөмө булыуына ҡарамаҫтан, саф башҡортса йырлаған, шиғырҙар һөйләгән балаларға ҡарап ғорурланыу тойғоһо кисерҙек, һоҡландыҡ! Ошондай матур иртәлек әҙерләп күрһәткән тәрбиәселәребеҙ Уразова Анастасия Викторовнаға, Мортазина Лариса Хафиз ҡыҙына, кесе тәрбиәсебеҙ Кәримова Роза Рәүил ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Еңел булмаған эштәрендә уңышлыҡтар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Ләйсән Хөсәйенова, педагог-психолог.
Читайте нас: