Ф.Солтанов исемендәге мәктәптең 3 б классы уҡыусылары ғаиләлә көслө зат – атайҙарҙы, иң гүзәл зат – әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотларға тип «Атай, әсәй һәм мин – бәхетле ғаилә» спорт уйынына саҡырҙы. Уйында дүрт ғаилә ҡатнашты : Йылҡыбаевтар, Хәмзиндар, Хәсәновтар, Юлдыбаевтар. Физкультура уҡытыусыһы Фәнис Салауат улы Сөләймәнов ярыштарҙы бик сәмле һәм ҡыҙыу алып барҙы. Атайҙарға армия сафтарын иҫкә төшөрөргә кәрәк булһа, әсәйҙәр бөтә көстәрен һалып, уларҙан ҡалышманы. Ә балаларға ярыш бик еңел бирелде. Көйәрмәндәргә лә куңелһеҙләнергә ваҡыт булманы. Баһалама ағзаларына иһә еңеүсене билдәләүе бик ҡыйынға тура килгәндер.
Бына тулҡынландырғыс мәл етте. 1-се урынды хаҡлы рәүештә Юлдыбаевтар яуланы. 2-се урын – Хәмзиндарға бер тауыштан бирелһә, Йылҡыбаевтар 3-сө урын алды. «Иң татыу ғаилә» номинацияһына Хәсәновтар лайыҡ булды.
Ярыштан һуң балалар класс етәксеһе Альбина Борис ҡыҙы менән матур байрам концерты күрһәтте, еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән асылмалары, сигелгән ҡулъяулыҡтар яҡындарына тапшырылды. Сара сәй эсеү менән тамамланды. Ата- әсәләр күтәренке кәйеф менән, тағы ла ошондай саралар үткәрелеп тороуын теләп таралышты.
А. Ҡорбанаева, 3 б класы уҡытыусыһы.