“Ҡайҙа йөрөһәң дә матур йөрө,
Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!”
Ҡатын-ҡыҙҙар – тормош күрке, донъя йәме, тылсымлы ла, серле лә улар.
Альбина Мөхәррәм ҡыҙы Уразаева районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Юлай һәм Салауат исемле уландар үҫтерә. Ялын да файҙалы үткәрергә тырыша, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә Альбина Мөхәррәм ҡыҙы ҡәрсәһенә, ата-әсәһенә рәхмәтле, сөнки ғаилә тәрбиәһе уны көслө рухлы итеп аяҡҡа баҫтырған. Бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булыу хыялы менән яна һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтын уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡарғалы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай, артабан Лянтор ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Яҙмыш елдәре тыуған яғына кире алып ҡайтҡас, Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе, директорҙың тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй.
Хәҙерге көндә ең-һыҙғанып, уҡыусылар, коллегалары, ата-әсәләр араһында хөрмәткә лайыҡ булып, өлкән тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Үҙенең ошо белем усағында эшләүе менән ғорурлана, тәжрибәле коллегаларынан үрнәк ала.
“Үҙ һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын, иртәнсәк ҡыуанып эшкә киләм. Үҙ эшеңде яратып башҡарһаң ғына, уңыштарға өлгәшеп булалыр тип уйлайым,” – ти эшһөйәр уҡытыусы.
Тынғыһыҙ эшенә ҡарамайынса, Альбина Мөхәррәм ҡыҙы уҡыусылар менән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Йыл һайын уның уҡыусылары эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып еңеүҙәр яулайҙар. Быйылғы уҡыу йылында 8-се класс уҡыусыһы Азалия Шәхмөхәмәтова менән төбәк-ара “Ғарипов уҡыуҙарында” ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булалар. Мөхәмәтйәнова Айгүзәл менән (8-се класс) “Булайым тиһәң таҙа – өҫтәлдә булһын буҙа” исемле эҙләнеү эше менән район күләмендә үткән конференцияла 1-се урынға сығалар.
Альбина Мөхәррәм ҡыҙының һәр ваҡыт йөҙө яҡты, мөләйем. Коллегалары уны үҙ эшен еренә еткереп башҡарыусы педагог, дәртле, ышаныслы, шул уҡ ваҡытта талапсан кеше булараҡ билдәләй. Уҡыусылары ла уны: “Шиғри күңелле, һөйкөмлө тәрбиәсе, һәр ваҡыт серҙе һөйләп, ярҙам һорарға була, үҙенең хис-тойғоларында бер ҡасан да йәшермәй бүлешә. Бик тырыш ул, уға ҡарап беҙ ҙә тырышабыҙ”, – тип ҡылыҡһырлай.
Башҡорт гимназия-интернатының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Рәмилә Айытбай ҡыҙы Солтанова: “Альбина Мөхәррәм ҡыҙы, кәрәкһә, тәүлектең ҡайһы мәле булһа ла, эшенә йүгереп килеүсе, ниндәй генә эш булһа ла, ҡурҡып тормаусы, “гимназиям” тип өҙөлөп тороусы оло йөрәкле тәрбиәсе, талапсан педагог, изге күңелле әсәй, йор һүҙле, һәр баланың күңеленә юл таба белеүсе, коллегалары һәм ата-әсәләр араһында абруйлы, ышаныслы коллега ул.”
Эйе, уңған, үткер, тырыш, алсаҡ күңелле, асыҡ йөҙлө кешеләрҙең береһе ул Альбина Мөхәррәм ҡыҙы.