Бөтә яңылыҡтар

#ғаиләм_ҡәлғәм

15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө уңайынан уҙғарылған флешмобта Ҡужанаҡ ауылында йәшәүсе Гөлфиә һәм Дим Мансуровтарҙы сәләмләйбеҙ! Уларға һоҡланмау мөмкин түгел. Бар яҡтан да килгән был ғаиләне ауылдаштары ла, туғандары ла ихтирам итә. Ҡужанаҡ ауылына килен булып төшөп, шунда таштай батҡан уңған, егәрле, сая Яңыбай ауылы ҡыҙы ул Гөлфиә Мансурова. Тормош иптәше Дим Мансуров менән бәхетле ғаилә ҡороп, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған һәләтле уҡытыусы ла ул. Уның ҡотло йортонда һәр саҡ уның уңған ҡулдары менән бешерелгән аш-һыу еҫтәре аңҡып тора. Ғаилә башлығы бик оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Был ғаилә кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай. Мансуровтар ике ул тәрбиәләй. Өлкән улдары Фидаил Төмән юғары хәрби училищеһының инженерҙар әҙерләү бүлеген тамамланы. Әлеге мәлдә алыҫ Сахалинда хәрби офицер. Икенсе улдары Фәдис Ҡужанаҡ мәктәбендә туғыҙынсы класта белем ала. Ошондай тәрбиәле, тыуған илен яратҡан ил һаҡсылары тәрбиәләгән Мансуровтар ғаиләһе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.

Ҡужанаҡ ауылына йәшәүсе Гөлфиә һәм Дим Мансуровтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Бар яҡтан да килгән был ғаиләне ауылдаштары ла, туғандары ла ихтирам итә.
Ҡужанаҡ ауылына килен булып төшөп, шунда таштай батҡан уңған, егәрле, сая Яңыбай ауылы ҡыҙы ул Гөлфиә Мансурова. Тормош иптәше Дим Мансуров менән бәхетле ғаилә ҡороп, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған һәләтле уҡытыусы ла ул. Уның ҡотло йортонда һәр саҡ уның уңған ҡулдары менән бешерелгән аш-һыу еҫтәре аңҡып тора. Ғаилә башлығы бик оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Был ғаилә кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай.
Мансуровтар ике ул тәрбиәләй. Өлкән улдары Фидаил Төмән юғары хәрби училищеһының инженерҙар әҙерләү бүлеген тамамланы. Әлеге мәлдә алыҫ Сахалинда хәрби офицер. Икенсе улдары Фәдис Ҡужанаҡ мәктәбендә туғыҙынсы класта белем ала.
Ошондай тәрбиәле, тыуған илен яратҡан ил һаҡсылары тәрбиәләгән Мансуровтар ғаиләһе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.
Читайте нас: