Бөтә яңылыҡтар

Татыу ғаилә – татлы йыр кеүек

#ғаиләм_ҡәлғәм“Тормошта иң мөһиме – ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Ә нигеҙ ныҡлы булһын өсөн нимә кәрәк?” – тигән һорауыма Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы: “Бер-береңә булған ышаныс тота ғаиләне”, – тип яуапланы.Яңы Себенле ауылынан ХӘЙҘӘР һәм ЛӘЙСӘН ЙОСОПОВТАР ғаиләһе тураһында мәҡәлә менән сайтта танышырһығыҙ.

Донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын ул – ғаиләлә. Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы тотоу – ир-аттан. Ошоно күҙ уңында тотоп йәшәй ҙә Яңы Себенле ауылынан Хәйҙәр һәм Ләйсән Йосоповтар.
Йәш әсәнең елкәһендә – донъя мәшәҡәттәре, балалар, ә ғаилә башлығы район үҙәгенә йөрөп эшләй, ул “Тиҙ ярҙам” бүлегендә фельдшер. Йосоповтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы ауыл, район, хатта республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа спонсор булараҡ та сығыш яһай. Подписка ваҡытында беҙҙең “Ейәнсура таңдары” гәзитен уҡыусылар араһында уҙғарылған приз уйнатыуҙа ла бағыусы булдылар, үҙҙәре үҫтергән ҡаҙ-өйрәк, ҡаҙы менән дә ихлас бүлештеләр. Ҙур рәхмәт! Ҡош-ҡорт һатыу менән бер рәттән, уларҙың хужалыҡтарында 40 һыйыр бар, һөтөн Мәләүезгә тапшыралар, шулай уҡ ауыл халҡынан да йыялар. Халыҡ менән иҫәпләшкәндә, кәрәк кешеләр ҡош-ҡорт та ала икән. Йәтеш бит, ҡул аҡсаң булмаһа, һөт тапшыраһың да аҫырарға бәпкә-сепей алаһың. Булған 80 гектарҙың 25 гектарына былтыр ужым сәсеп ҡалдырғандар, ҡалған ерҙәренә быйыл арпа һәм һоло сәскәндәр. Халыҡтан алынған пай ере өсөн дә ваҡытында иҫәпләшеп бара Йосоповтар. Ләйсән һатып алыусыларға социаль селтәрҙәрҙә, телефон аша ҡош-ҡорт тәрбиәләү буйынса кәңәштәрен биреп тора. Улар ҡош-ҡорт һатыу менән генә сикләнмәй, дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы һатып алғандан алып, ҙурайтып һуйғанға тиклем контролләй. Шулай үҙ эштәренә яуаплы ҡарай улар.
Уңған ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә, яңыраҡ дүрт баһадир егет янына ата-әсәйҙәре сәскә кеүек һылыу алып ҡайтҡан. Уға, яратып, Фатима тип исем ҡушҡандар. Ағайҙары әллә ни итеп тора инде һылыуҙарын. Әле үҙҡурсалау булғас, ҙурҙары, инде Салауаттағы индустриаль колледжда 3-сө курста уҡыған Сыңғыҙ, 11 йәшлек Айҙар һәм 9 йәшлек Айгиз өйҙә уҡыйҙар. Ата-әсәһенең уң ҡулдары. “Сыңғыҙ ҙурайғас – еңелерәк булып ҡалды. Яҙғы сәсеүҙе атаһы менән икәүләп атҡарып сыҡтылар. Ә Айҙар менән Айгиз – миңә ҡош-ҡорт һатыуҙа ҙур ярҙамсылар. Хатта ҡайһы бер һатып алыусылар, мин сыҡһам: “Теге малайҙар ҡайҙа, уларҙың ҡулдары еңел, алған сепейҙәр бөтәһе лә иҫән, тиҙ арала ҙурайып китте”, – тиҙәр. Малайҙар бөтә эште еренә еткереп башҡаралар, бер әйтеү ҙә етә”, – тип ҡыуанып һөйләй Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы.
Шөкөр, ике яҡтан да ата-әсәйҙәр иҫән, балалар ҡәрсәй-өләсәй, ҡартай һөйөүен күреп үҫә. Оло йәштә булһалар ҙа, ярҙамдарынан да ташламай, һәр эштә лә терәк улар, ҡай саҡта кешегә йылы һүҙ ҙә кәрәк бит. Уларҙан өлгө алып йәшәй ҙә инде йәш ғаилә.
“Тормошта иң мөһиме – ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Ә нигеҙ ныҡлы булһын өсөн нимә кәрәк?” – тигән һорауыма Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы: “Бер-береңә булған ышаныс тота ғаиләне”, – тип яуапланы. Эйе, ғаиләнең бәхет сере – уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тороуы, бәхетле, татыу, балаларға өлгө булып йәшәүҙәре. Балалар бәхетле – матур итеп ҡаршы алыр ата-әсәй, ҡот уйнап торған, һағынып ҡайтыр өйҙәре булыуҙа.
Ләйсән һәм Хәйҙәр Йосоповтарҙы һәм районыбыҙҙағы ғаилә парҙарын матур көн – Ғаилә байрамы уңайынан ҡотлайбыҙ! Фани донъяла һәр аҙым ғаиләнән башлана, шунын өсөн дә өлгөлө, эшлекле, матур ғаиләләр күп булыуын теләйбеҙ!
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: