1941 йылдың 22 июнендә иртәнге сәғәт 4-тә фашистик Германия беҙҙең Советтар Союзына һуғыш иғлан итеп тормай, мәкерле рәүештә һөжүм итте. Ҡалаларҙы, хәрби частарҙы бомбаға, артиллерия утына тотто, Баренц диңгеҙенән алып Ҡара диңгеҙгә тиклем сикте боҙҙо, ҡан ҡойғос Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
Дошман һуғышы ваҡытында погранзаставалар линияһынан 3-5км сиктән алыҫлыҡта беҙҙең айырым роталар, батальондар ғына урынлашҡан була. Ҡаплауҙағы I эшелондағы дивизиялар үҙҙәренең оборона тота торған урындарынан 8-20 км алыҫайтылған, ә II эшелондағы мехкорпустар 30-50 км алыҫлыҡта урынлашҡандар ине. Беҙҙең күпселек ғәскәр полигондарҙа, йә йәйге лагерҙарҙа, ә авиация запастағы аэродромдарға күсерелмәгән була.
I эшелондағы беҙҙең ғәскәрҙәр уңайһыҙ шарттарҙа һуғышҡа инә, боеприпастар юҡ кимәлдә, оборона һыҙығына ла сығып өлгөрмәйҙәр.
Дошмандың беренсе ударын көнбайыш сиктә урынлашҡан сик һаҡсылары – пограничниктар ҡабул итә, улар бик ауыр шарттарҙа фашистарҙың артиллерияһы, бомбалары уты аҫтында һуғышҡа инә. Төп ударҙы алған Украина, Көнбайыш, Балтик яны округтарының погранотрядтары фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы тора...
Мәҡәләм сик буйы ғәскәрҙәре сафында Бөйөк Ватан һуғышында һуғышҡан, йәки хеҙмәт иткән ауылдаштарым тураһында. Ҡуланшин Сәләхетдин Баязит улы 1921 йылда Сәғит ауылында тыуған. Бәләкәйҙән бик тырыш, сос егет “Сәғит” колхозының бөтә эштәрендә ҡатнашҡан. Әзимгән ауылы янындағы тирмәндә тирмәнсе ярҙамсыһы булып эшләп өлгөрә. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышта Благовещенск ҡалаһында хәрби хеҙмәтен башлай егет. Үҙен яҡшы спортсы, саңғысы итеп полкта танытҡан Куланшин Сәләхетдинде 1940 йылдың март айында Көнбайышҡа Брест горнизонына сик буйы ғәскәрҙәренең саңғысылар төркөмөнә күсерәләр. Брест ҡалаһының гарнизонында яҡташы Аҡдәүләт ауылы егете Гуляев Ишморат Нияз улы менән бергә хеҙмәтен дауам итә Сәләхетдин Баязит улы. Сик һаҡсыһы Куланшин ауылға хаттарын йыш яҙып тора, Ҡыҙыл Армия сафына алыныр алдынан Әзимгән ауылынан рус ҡыҙы Лиза менән хеҙмәттән ҡайтҡас өйләнешергә һүҙ бирешкән булалар. Әммә 1941 йылдың 22 юнендә башланып киткән һуғыш йәштәрҙең өмөттәрен селпәрәмә килтерә.
Сик һаҡсыһы Куланшин һуғыштың беренсе көндәрендә үк батырҙарса һәләк була, ә хеҙмәттәше Гуляев Ишморат Нияз улына һуғыштың бөтә михнәттәрен үтеп, кисереп, тыуған Аҡдәүләт ауылына ҡайтырға насип була. Ә Әзимгән ҡыҙы Лиза үҙҙәренең осрашыу урыны шаһиты булған шишмә янына һәр ваҡыт килеп, таҙалап, Сәләхетдинде юҡһыныр булған, тиҙәр.
Баязит олатайҙың Бөйөк Ватан һуғышында 4 улы һәләк булған: Ғәзиз, Ғибаҙулла, Заһиҙулла һәм Сәләхетдин Куланшиндар. Ә ҙур улы Зәйнетдин граждандар һуғышы ҡорбаны. Һуғыштан бер генә улы – 1923 йылғы Сәйфетдин Куланшин ғына тере ҡайта.
Йомалин Рәхимйән Муллагилде улы 1926 йылда Сәғит ауылында тыуған. 1943 йылдың ноябрь айында Совет Армияһы сафына саҡырылған. Алкино станцияһында 6 ай әҙерлек үткәс, 1944 йылдың май айында фронтҡа оҙатыла. Прибалтика фронты составында Каунас, Шауляй ҡалалары өсөн ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Кенигсберг ҡалаһында тамамлай.
Кесе сержант Йомалин Рәхимйән Муллагилде улы 1945 йылдың октябрь айынан Көнбайыш Украинаға сик буйы ғәскәрҙәре сафына күсерелеп, Степан Бандера отрядтарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Отделение командиры, сик һаҡсыһы Рәхимйән Йомалинға 1951 йылдың баштарында ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булған. Ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградланған. Рәхимйән олатай ғүмер буйына колхоз, совхоз эштәренең уртаһында ҡайнаны, аттар ҡараны. Ҡатыны Миңъямал инәй менән ун балаға ғүмер бүләк итеп, тырышып донъя көттөләр. Балаларын уҡытып, юғары белем биреүгә ирештеләр, хәҙер улар илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәйҙәр һәм хеҙмәт итәләр. Ауылыбыҙҙың матурлығында уларҙың да өлөшө ҙур, тырыш Йомалиндар мәсет төҙөлөшөнә, ауыл зыяратын, обелиск кәртәләгәндә аҡсалата ярҙам күрһәттеләр. Сик һаҡсыһы Рәхимйән олатай Йомалиндың нигеҙ ташын ҡоротмай, улы Әсҡәт һәм килене Илфира Йомалиндар тырышып йәшәйҙәр, өй стенаһына атайҙары хөрмәтенә яҙыу ҡуйылған.
Совет Армияһының сик буйы ғәскәрҙәре сафында 1980 йылдарҙа күп кенә ауылдаштарым илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә сынығыу мәктәбен үтеп хеҙмәт итеп ҡайттылар, тыуған илебеҙ алдында изге бурысын үтәнеләр.
Ҡыуатов Сәйфулла Һиҙиәт улы, 1961 йылда тыуған, Калининград өлкәһе. Күлбаев Факил Сәитғәле улы, 1962 йылда тыуған, Балтик сик буйы округы, Эстония ССР-ы. Хәмиҙуллин Рәил Рамаҙан улы, 1964 йылда тыуған, Латвия ССР-ы, Прибалтика хәрби округы. Имәсов Сәлим Миңлехан улы, 1965 йылда тыуған, Эстония ССР-ы, Саарема утрауы. Ниғмәтуллин Усман Ғилман улы, 1965 йылда тыуған, Эстония ССР, Саарема утрауы. эт өйрәтеүсе инструктор. Йылҡыбаев Шәһәҙәт Бәғәҙәт улы, 1965 йылда тыуған, эт өйрәтеүсе инструктор. Эстония ССР-ы. Хәмиҙуллин Ғаяз Харрас улы, 1965 йылда тыуған, Ҡаҙағстан ССР-ы, Алма-Ата ҡалаһы. Йылҡыбаев Гәрәй Ғайса улы, 1966-1989 й.й., Литва ССР-ы, ДШМГ (десант-штурмлаусы маневр төркөмө), элемтәсе. Йомалин Әмерхан Ғәлимйән улы, 1966 йылда тыуған, Калининград өлкәһе порты сик һаҡсыһы. Бикбов Насип Вәли улы, 1967 йылда тыуған, Латвия ССР-ы, Прибалтика хәрби округы. Ҡыуатов Ғәтиәт Һиҙиәт улы, 1967 йылда тыуған, Латвия ССР-ы, Прибалтика хәрби округы. Билалов Азамат Марат улы, 1968 йылда тыуған, Эстония ССР-ы, Прибалтика хәрби округы. Йомалин Әхмәт Ғәлимйән улы, 1970-2014 й.й., Төркөстан сик буйы округы, Тажик-Афған сик буйы һаҡсыһы эт өйрәтеүсе инструктор. Рәсәй Армияһы сик буйы һаҡсылары:
Бикбов Хәйҙәр Хөснулла улы, 1975 йылда тыуған, Көнсығыш сик буйы округы, Ҡытай Республикаһы сиге. Йомалин Вилдан Сулпан улы, 1975 йылда тыуған, Тымыҡ океан флоты матросы, диңгеҙ сик һаҡсыһы. Йылҡыбаев Альберт Хазимфат улы, 1976 йылда тыуған, Төнъяҡ Кавказ сик хәрби округы, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Тләүбаев Муса Әмир улы, 1984-2006 й.й., Байкал аръяғы сик буйы округы, һыбайлы пограничник, Ҡытай Республикаһы, Монголия сиге. Йылҡыбаев Раян Рәжәп улы, 1985 йылда тыуған, Төнъяҡ Кавказ сик буйы округы, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Тләубаев Ришат Фуат улы, 1985 йылда тыуған, Каспий диңгеҙе сик буйы матросы. Куланшин Илһам Фәрит улы, 1987 йылда тыуған, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы сик буйы һаҡсыһы. 28 май – Пограничниктар көнө уңайынан ауылдаштарым – сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү эштәренең уртаһында ҡайнағандары өсөн рәхмәт белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Ришат Ҡыуатов. Сәғит ауылы.