Май баштарында булһа кәрәк, баҡсала эшләп йөрөһәм, бер таныш ир яныма килеп, һаулыҡ һорашты ла:
– Ҡыҙым быйыл ун беренсе синыфты бөтә. Филолог булырға хыяллана ине. Уҡытыусылары уға, һинән тел белгесе килеп сыҡмасаҡ, хатта юғары уҡыу йортонда ла уҡый алмаясаҡһың, тип әйтеп ҡайтарып ебәргән. Шуға көнө буйы илап тик ята. Нимә эшләргә икән? Уҡытыусы кешегә шулай тип әйтергә яраймы ни ул? - тип ҡайғыһын һөйләй башланы.
...Ысынлап та, нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусыларға шундай һүҙҙәрҙе әйтергә яраймы? Әйткәндәй, бындай күренештәр мәктәптәрҙә ныҡ ҡына тамыр ебәргән ул. Бигерәк тә берҙәм дәүләт имтихандары индерелгәс, яуаплылыҡтан ҡурҡҡан ҡайһы бер уҡытыусылар, уның предметын һайламаһындар тип, уҡыусыларға төрлө һүҙҙәр әйтеп ташлайҙар.
Ғөмүмән, мәҡәләләге фекерҙәрем ошо проблема тураһында. Башта баяғы ҡыҙҙың яҙмышына оҡшаш булған үҙемдең тормошомдағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп үтәйем әле.
...Тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, районыбыҙҙың ҙур ғына бер ауылындағы интернат-мәктәпкә уҡырға урынлаштым. Үҙемде “отлично”ға уҡыным тип әйтә алмайым. Яратып уҡыған предметтарым да булды, уларҙан “дүртле” һәм “бишле” билдәләрен генә ала торғайным. Шулай уҡ булдыра алмағандарым да бар ине. Синыфташтарымдың да күбенеһе, яҡын тирәләге ауылдарҙан йыйылған егеттәр һәм ҡыҙҙар, шулайыраҡ уҡынылар. Хатта ҡайһы бер предметтарҙан йыш ҡына бөтә синыф менән тиерлек “икеле” билдәһе ала торғайныҡ. Тырышып ҡарайбыҙ, ләкин бер нисек тә килеп сыҡмай. Һәм шул предметтарҙы уҡытҡан уҡытыусылар: “Эй, нимәгә ул һеҙгә белем, барыбер, һеҙҙең урынығыҙ тау артында,”- тип беҙгә ҡул һелтәп ҡарай торғайнылар.
Ни өсөн “тау артында” тип әйтәләр? Сөнки беҙҙең ауыл янындағы тау артында колхоз фермаһы урынлашҡан ине. Уларҙың фекеренсә, мәктәпте тамамлағас, беҙҙең кеүек наҙандар шунда көтөүсе һәм һауынсы ғына булып эшләй ала.
Уҡытыусыларҙың бына шул һүҙҙәрен йыш ҡына ишетә торғас, ысынлап та беҙҙең урыныбыҙ шундалыр, тип уйлай башланыҡ. Һәм бөтөнләй уҡыуыбыҙ илке-һалҡыға әйләнде. Шуғамылыр, мәктәпте тамамлағас, синыфташтарымдың береһе лә (28 уҡыусы инек) юғары уҡыу йортона ынтылманы. Ҡайһы берәүҙәре ниндәйҙер училищеларға инеп киттеләр, күбенеһе колхозда ҡалды. Мин дә, киләсәктә шул тау артындағы фермаларҙы ремонтлаусы булам тип, Салауат ҡалаһына һөнәрселек училищеһына балта оҫтаһы булырға юлландым. Хатта өйҙәгеләрҙең өгөт-нәсихәттәрен ҡолағыма ла элеп торманым.
...Уҡыуҙар башланып китте. Минең уҡыған төркөмдә гел ҡала егеттәре. Шундай белемле һәм мәҙәниәтле итеп һөйләшкән һымаҡтар, матур, бөхтә итеп кейенеп йөрөйҙәр. Әгәр бергә уҡымаһам, уларҙы ниндәйҙер юғары уҡыу йортоноң студенттары, тип уйлар инем. Әгәр бергә уҡымаған булһам...
...Бер ваҡыт алгебра дәресе бара ине. Уҡытыусы ниндәйҙер мәсьәләне сисеү өсөн бер егетте таҡтаға саҡырҙы. Ул бер нимә лә эшләй алманы. Икенсеһен, өсөнсөһөн сығарҙы. Ҡыҙыҡ, улары ла белмәйҙәр булып сыҡты. Ә тема, минең ҡарамаҡтан, ябай ғына һымаҡ ине. Бер нисә дәрестә ошо үк күренеш ҡабатланды. Сираттағыһының береһендә түҙмәнем – ҡулымды күтәрҙем. Уҡытыусы миңә аптыраңҡырап ҡараны ла таҡта янына саҡырҙы. Мин бирелгән мәсьәләне “һә” тигәнсе эшләп ҡуйҙым. Математика миңә еңел бирелә торғайны. Беренсе синыфтан башлап мәктәпте тамамлағансы ул предметтан тик талантлы уҡытыусылар ғына уҡытҡайнылар...
...Икенсе дәрестә лә, береһе лә эшләй алмағас, уҡытыусы мине тағы таҡта янына саҡырҙы. Өсөнсө дәрестә лә. Дүртенсе тапҡыр сығарғас, ҡыҙыҡ күреп микән, минән бер юлы бер-нисә мәсьәлә эшләтте. Бөтәһен дә дөрөҫ итеп систем. Уҡытыусы, ул апай кеше ине, минең яныма килде лә, саф башҡорт телендә: “ Ҡустым, һин бында нишләп йөрөйһөң ул? Ни эшләп берәй юғары уҡыу йортона барманың?”- тип ипләп кенә һораны. Мин аптырап уның күҙҙәренә ҡараным. Мәктәптә “һинең урының тау артында” тип башыма һеңдергәйнеләр, ә был апай минең бында уҡып йөрөгәнемә аптырай. Ысынлап та, ниңә юғары уҡыу йортона ынтылманым икән? Был һорауға күп йылдар үтеп, үҙем уҡытыусы булып эшләй башлағас ҡына яуап таба алдым...
...Балаға әйләнгән һайын, “һин булдыра алмайһың”, тип әйтәләр икән, ысынлап та, ул үҙе тураһында шулай уйлай башлай һәм нимәгәлер ынтылыуҙан туҡтай. Был психологик күнеренеш. Йәғни беҙ шундай һүҙҙәр менән баланың аңын программалайбыҙ. Рус телендә был күренеш “предсознательная установка” тип тә атала. Әле психикаһы нығынмаған, тормош тәжрибәһе лә тупламаған үҫмерҙәргә ундай һүҙҙәр тиҙ тәьҫир итә. Бигерәк тә уҡытыусыларҙың һүҙҙәре улар өсөн бик мөһим. Сөнки бала уҡытыусының фекерен йыш ҡына ата-әсәһенекенән юғарыраҡ ҡуя.
...Ә бит һәр бала был донъяға ниндәйҙер һәләттәр менән тыуа. Шуға һәр береһенең мөмкинлектәре сикһеҙ. Уларҙың бөтәһе лә киләсәктә үҙҙәре теләгән бейеклектәргә күтәрелә алалар. Хатта ниндәйҙер предметтан өлгәшә алмағандары ла. Тарихыбыҙҙа насар уҡып та бөйөк шәхес булып киткән кешеләр етәрлек ул. Мәҫәлән, Ч. Дарвин, Д.И. Менделеев, И. Ньютон, А. Эйнштейн, Фарадей, Т. Эдисон, Н.В. Гоголь, Ф.И. Шаляпин...
Әлбиттә, баланың үҫеп китеүенә башҡалары менән бергә психологик шарттар ҙа ыңғай булырға тейеш. Кеше психикаһына тәьҫир итеүсе иң көслө ҡорал – ул һүҙ. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Шуға уҡытыусы, балаларға кәңәш биргән ваҡытта, һүҙҙәрҙе уйлап әйтергә тейеш. Иң мөһиме: әйтелгән һүҙҙәр уларға ҡанат ҡуйһын. Дәрттәре ташып китһен. Мин бөтәһен дә булдыра алам, тип уйлаһындар. Йәки тормошторын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә көс бирерлек булһын. Баяғы математика уҡытыусыһының миңә әйткән һүҙҙәре һымаҡ...
Наил Юлдашбае, Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фото: https://zen.yandex.ru/media/