Тәбиғәттең ҡағиҙәһе ябай,
Ҡайһы берҙә уның сере юҡ:
Бөрөң ҡатһа, тамыр ниңә кәрәк?
Тамыр кипһә, ярылыр бөрө юҡ.
Р. Бикбаев.
“Бөгөн төп маҡсаттарҙың береһе - халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү”, ти Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу һәм уларҙы эшкәртеүҙе яйға һалыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостанда сүпте сорттарға айырыу буйынса ҙур 3 комплекс төҙөлә. Улар Туймазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй районында була.