Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
18 Июнь 2020, 19:00

Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа Һабантуй бөгөн беҙҙә!

Шатлыҡтар күңелебеҙҙә,Көләс ҡояш күгебеҙҙә.Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡаҺабантуй бөгөн беҙҙә!Шундай һүҙҙәр менән башланып китте “Ләйсән” балалар баҡсаһында һабантуй...

Шатлыҡтар күңелебеҙҙә,
Көләс ҡояш күгебеҙҙә.
Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа
Һабантуй бөгөн беҙҙә!
Шундай һүҙҙәр менән башланып китте “Ләйсән” балалар баҡсаһында һабантуй.
Һабантуй – ысын мәғәнәһендә милли рух гәүһәре, башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ шишмәһе, уның рухи торошо һәм таланттарҙы асыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек, етеҙлектә, тапҡырлыҡта көс һынашыу...
Билдәле булыуынса, илдәге ваҡиғаларға бәйле бөтә балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр булдырылды. Беҙҙең “ Ләйсән” балалар баҡсаһында ла ошондай төркөм эшләп килә.Төркөмдәрҙә 12-15 бала йөрөй. Карантин ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, балаларға төрлө саралар үткәрелеп тора. Шуларҙың береһе – иң сағыу, матур байрамдарҙың береһе “Һабантуй”. Был байрам балаларҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, “һабантуй” байрамы тураһында төшөнсә биреү, ҡыҙыҡһыныу һәм ярыштарҙа ҡатнашыу теләген уятыу,балаларҙың физик сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тойғоларын тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолдо һәм үткәрелде.
Байрам алдынан майҙансыҡта тирмә ҡоролдо, матур һәм сағыу итеп биҙәлде. Һабантуй бик дәррәү, ҡыҙыу ғына башланып китте. Ҡулына һөлгө тотҡан Нургөл кескәйҙәрҙе уйын майҙансығына алып килде. Сорокин Кристиан, Сорокина Кира, Мусина Ынйы, Калимуллина Диана, Калимуллин Аскар, Мөхәмәтйәнова Карина байрам тураһында оҫта итеп шиғыр ятлап ишеттерҙе. Байрамды Күҙәшева Рәсилә Минислам ҡыҙы алып барҙы, музыкаль яҡтан Сәйфетдинова Светлана Миҙеғәт ҡыҙы биҙәне.
Бына ҡалаҡ, бына йомортҡа,
Тот ҡулыңа, сибәркәй!
Һин дә йүгер,
Мин дә ҡалмам
Был көндө мин онота алмам, – тип «Йомортҡа ташыу”, “Биҙрә менән һыу ташыу”, “Ат сабышыу”, “Балык ҡармаҡлау”, “Көршәк ватыу” уйындарында балалар бик ихлас, әүҙем ҡатнашты. Йылғырлыҡта, етеҙлектә көс һынаштылар. Байрамдың иң сағыу, балаларҙың иҫендә ҡалырлыҡ уйын – “Күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу”.
Ниндәй байрам бейеү һәм йырһыҙ үтһен инде. Абыҙова Нургөлдөң “Ҡымыҙ бешеү” бейеүе тамашасыларҙың күңелдәренә бик хуш килде. Шулай уҡ Рәсәй көнө уңайынан ойошторолған “Ҡояшлы бала саҡ”флешмобы бигерәк тә сағыу килеп сыҡты.
Байрамды йомғаҡлау өлөшө булып балаларҙы ашнаҡсыларҙың тәмле бишбармаҡ ашы көтә ине.
Р. Күҙәшева, “Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: