Хәҙер йәштәр ауыл яғына ҡайтып бармай, ә Айтуған һәм Айһылыу Дәүләтшиндар, киреһенсә, ҡаланы бик өнәп бөтмәйҙәр. Ҡайҙа тыуған – шунда кәрәккән, тигәндәй, өйләнешкәс тә Элмәлегә ҡайтҡандар һәм быйыл ҡыш үҙҙәренең һалма ҡырҡыу цехын асып ебәргәндәр. Һалма ҡырҡыуҙы Айһылыу үҙе алып бара, тағы ла ике апайға эш урыны булдырылған. “Һалма ҡырҡыуҙа тырыш, егәрле Нургөл Дәүләтшина һәм Лилиә Мусина апайҙарыбыҙ эшләй. Уларҙың эшенән бик ҡәнәғәтбеҙ. Киләсәктә, Алла бирһә, эшебеҙҙе ҙурайтып, тағы ла эш урындары булдырыу – маҡсатыбыҙ”– ти йәш хужабикә.
“Ни өсөн, тап һалма-туҡмас ҡырҡыу?” тигән һорауыма ла яуап итеп, Айһылыуҙың әсәһенең ҡасандыр һалма ҡырҡыу цехында эшләүен, уны үҙебеҙҙә лә ойоштороп булырға мөмкин бит тип уйлап, асып ебәреүҙәрен әйттеләр. Һәм ысынлап та, әле тауарҙарын магазиндарға ташып өлгөртә алмайҙар. Яҡын-тирәләге ауылдар, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ халҡы бик теләп ала уларҙың ризығын. Ә һалма ҡырҡыу өсөн ҡоролмаларҙы бер ниндәй ярҙамһыҙ, бөтә кәрәк-яраҡты, ҡоролмаларҙы үҙ аҡсаларына алғандар.
Йәштәрҙең танышыуы ла үҙенсәлекле: интернет селтәрендә “Друг вокруг”та танышып китәләр. Бер нисә йыл күрешмәй, яҙышып ҡына аралашалар. Ул ваҡытта Айтуған Өфө статистика коллледжын техник-программист белгеслегенә тамамлап, “Башмедь”та эш башлаған була, ә Айһылыу Сибайҙа сауҙа-иҡтисад коледжында юрислыҡҡа белем ала. Көҙгә өйләнешеүҙәренә өс йыл була, йәш ғаилә Рәсилә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Әле улар Айтуғандың ата-әсәһе менән йәшәй, Сәриә Шәғәле ҡыҙы менән Әлфрит Әйүп улы ла фермерлыҡ менән шөғөлләнә, башлыса ит өсөн һыйыр малы аҫырайҙар.
Ауылға ҡайтып йәшәгәндәренә бик ҡыуана Дәүләтшиндар. “Ҡайтығыҙ, йәштәр, ауылға! Бөгөн ауылда ла бына тигән итеп эшләргә, йәшәргә була. Теләгән кеше ҡайҙа ла эшен, йүнен таба. Беҙ шау-шыулы ҡалала йәшәүебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ”, – тиҙәр улар.
Ауылдың киләсәге уның халҡынан, дөрөҫөрәге, йәштәрҙән тора тигән йомғаҡлау фекерем менән күптәр килешер. Һәр ауылдың киләсәге, ҡото, йәме – йәштәрҙә, балаларҙа икәнлеген бөтә йәштәр ҙә аңлаһа икән. Ә Айтуған һәм Айһылыу (исемдәре лә берҙәй яңғырай бит әле) Дәүләтшиндарға башланғыстарында уңыштар, шулай маҡсатлы йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Афарин, эштәрегеҙ уң булһын!