"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
11 Июль 2020, 14:00

Унан өлгө алып йәшәйем...

Минеңсә, һәр кем тормошта үҙ юлын табып, матур итеп йәшәргә, алға ынтылырға, үҙ маҡсаттарына ирешергә тейеш. Һүҙем тап шундайҙарҙың береһе, атайым Рафиҡ Ниғмәтйән улы Ҡәҙербәков тураһында. Ул Ейәнсура районының йәмле Ҡороюл буйында урынлашҡан Яңыбай ауылынан.Тулы мәҡәлә сайтта бирелгән.

Минеңсә, һәр кем тормошта үҙ юлын табып, матур итеп йәшәргә, алға ынтылырға, үҙ маҡсаттарына ирешергә тейеш. Һүҙем тап шундайҙарҙың береһе, атайым Рафиҡ Ниғмәтйән улы Ҡәҙербәков тураһында. Ул Ейәнсура районының йәмле Ҡороюл буйында урынлашҡан Яңыбай ауылынан. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған, бала ғына килеш һуғыштың бар михнәтен үҙ иңендә татыған атайым. Мөләйем йөҙөнә, йәштәрсә сәсрәтә баҫып йөрөүенә ҡарап, берәү ҙә уға 85 йәште бирмәҫ, моғайын. Тормошто яратыуы, аҡыллы, тырыш, эшһөйәр булыуы уға иңдәренә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Атайым оҙаҡ йылдар колхозда иретеп йәбештереүсе, инженер-механик, тирмәнсе булып эшләне. Ғүмер буйына һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнде, бүреләр ауланы. Йыртҡыстар малдарға күпләп һөжүм итә башлағас, республикала һунарсылар араһында бүре аулау буйынса конкурс иғлан ителде. 1980 йылда 10 бүре балаһы һәм инә бүре тотоп,ул икенсе урынды яулаһа, 1981 йылда 22 бүре балаһы алып, беренсе урынға сыҡты. Хатта бер бүре балаһын алып ҡалып, эт урынына тотоп ҡарарға ла уйлағайныҡ. Әммә “бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай” тигәндәй, йыртҡыс йыртҡыслығын итте, һарыҡ-кәзәләргә, һыйырҙарға ташлана башланы. Шуның өсөн дә уны урманға кире ебәрергә тура килде.
Урманды яратҡан атайым кешеләрҙе үләндәр менән дауалай, мурҙа ла, ситән дә үрә. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, һаман да умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Балаларын, туғандарын бал менән һыйлай. Бейә һауып, ҡымыҙ ҙа бешә торғайны. Һуңғы йылдарҙа һауын кәзәләре аҫырауға күсте. Тормоштан артта ҡалмай, илдә барған бөтә яңылыҡтарҙы белә, гәзит-журналдар уҡый.
Әсәйем Матур Әхмәҙулла ҡыҙы менән улар һигеҙ балаға ғүмер бирҙеләр. Әммә яҙмыш тигәнең аяуһыҙ... Ҡаты сир арҡаһында әсәйем бик йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Иңдәренә төшкән был һынауҙы ла сабырлыҡ менән кисерҙе атайым, бөтә балаларын да аяҡҡа баҫтырҙы, уларға юғары белем алырға ярҙам итте. Балалары ла юғалып ҡалманы, тормошта үҙ урынын тапты, атай йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Артабан тормош юлын Элмәле ауылынан Мусина Зифа Рәхим ҡыҙы менән бәйләне. Ғаилә тағы ла алты балаға артты. Балалар бөтәһен дә аңлап ҡабул итте, үҙ-ара татыу булды. Уларҙың күптәре юғары белемгә эйә, тормошта үҙ урынын тапҡан, абруйлы кешеләр.
Эйе, атайымдың тормош юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ. Уның кеүектәр күберәк булһа, йәшәү тағы ла йәмлерәк булыр ине. Тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәйенсә, балаларына матур тәрбиә биргән, яҙмышына бер ҙә зарланмаған атайыма ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем.
Рәүфә Иҫәнова.
Читайте нас: