Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
15 Июль 2020, 19:00

Аллаһҡа юл

Бер кеше изге Рамануджаға бара ла үтенесен белдерә: “Миңә Аллаһҡа юл өйрәт әле”.- Тәү сиратта әйт әле һин миңә - берәй кемде яратҡаның булдымы-юҡмы?- Мин донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмайым. Мин Аллаһҡа Юл эҙләйем, - тип яуап бирә уға кеше.Рамануджа был кешегә тағы ла бер һорау бирергә мәжбүр була.- Мин һиңә тағы ла ошо һорауҙы бирәм: һинең кемделер яратҡаның бармы? Ҡатын-ҡыҙҙы, баланы…

Бер кеше изге Рамануджаға бара ла үтенесен белдерә: “Миңә Аллаһҡа юл өйрәт әле”.
- Тәү сиратта әйт әле һин миңә - берәй кемде яратҡаның булдымы-юҡмы?
- Мин донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмайым. Мин Аллаһҡа Юл эҙләйем, - тип яуап бирә уға кеше.
Рамануджа был кешегә тағы ла бер һорау бирергә мәжбүр була.
- Мин һиңә тағы ла ошо һорауҙы бирәм: һинең кемделер яратҡаның бармы? Ҡатын-ҡыҙҙы, баланы…
- Мин үтә дини кеше булыуымды бер тапҡыр әйткәйнем бит инде. Бер кемде лә, бер ҡасан да яратманым.
Рамануджаның күҙҙәренә һағыш күләгәһе ята.
- Улайһа, мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Тәүҙә берәй кешене яратырға тырыш. Һин имандың иң һуңғы баҫҡысы - Аллаһҡа Юл эҙләйһең, ә үҙең уның иң тәүгеһенә лә баҫмағанһың. Бар, берәй кешене ярат!
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.
Читайте нас: