Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
25 Июль 2020, 14:00

Матур йәшәү өлгөһө

Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Исламбай ауылы ҡыҙы Роза яҙмышын Ейәнсура районы менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Тормош шулай – әле уның беҙҙең районда йәшәүенә 57 йыл да булып киткән.Иҙелбәк ауылында йәшәгән Роза апай Уразова тураһында мәҡәләне сайтта уҡығыҙ.

Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Исламбай ауылы ҡыҙы Роза яҙмышын Ейәнсура районы менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Тормош шулай – әле уның беҙҙең районда йәшәүенә 57 йыл да булып киткән. Ул атаһын бөтөнләй тиерлек иҫләмәй ҙә, бигерәк бәләкәй була. Фәтхулла ағайҙың һуғыштан “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килә һәм әсәһе Мәликә береһенән-береһе ваҡ 6 бала менән тороп ҡала. Бирешмәй әсәһе, тырышып-тырмашып донъя көтә, өс балаһы юғары белем ала, ҡалғандары ла мәктәп бөтөрөп, белем алыуға ирешәләр.
Роза апай Стәрлетамаҡ пединститутының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай һәм уҡып йөрөгәндә, буласаҡ тормош иптәше – Зиннур Яхъя улы Уразовты осрата. Һәм икеһе лә дипломлы белгес булып, 1964 йылда һөйгәненең тыуған ауылы – Байышҡа ҡайталар. Хеҙмәт юлын Байыш мәктәбендә башлайҙар, ул ваҡытта уҡытыусылар агитатор ҙа, әртис тә, тағы башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ партия ҡушҡан эштәрҙе башҡаралар. Ә шул йылдар иң яҡты хәтирәләр булып күңелендә уйылған Роза Фәтҡулла ҡыҙының: гөрләтеп йәшәгәндәр ҙә, эшләгәндәр ҙә. Ошонда биш балаға ғүмер бирәләр, йорт бөтөрөп, ҡайныларынан айырылып башҡа сығалар. Ә инде Зиннур Яхъя улын партия парторг итеп “Зианчура” совхозына – Иҙелбәк ауылына күсергәс, 18 йыл тормош көткән ауылдарын ҡалдырып китергә тура килә. Бында ла Роза апай балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләй.
Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәшенең ғүмер юлы ҡыҫҡа була, уның был яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеүенә 20 йыл... Урыны ожмахта булһын. Биш балаһы – биш терәге, улар менән баҫа йөрәк һағышын. Төрлөһө төрлө тарафта булһалар ҙа, әсәйҙәрен гел һағынып, янына ашҡынып ҡайталар. Әлеге көндә ул кесе ҡыҙы Луиза һәм кейәүе Марат менән төп йортта донъя көтә.
Ошо урында балаларын барлап китмәйсә булмай. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, һөнәргә эйә булып, ғаилә ҡороп, бик матур итеп йәшәйҙәр. Иң өлкәндәре – Тамара Пенсия фондында эшләй, тормош иптәше Миңнехан менән Иҫәнғолда йәшәйҙәр. Балалары – Светлана һәм Илнурҙы тормош юлына баҫтырып, әле өләсәй-ҡартай булырға ла өлгөргәндәр. Заһир улы килене Әминә менән Өфөлә, Заһир дәүләт йылҡы заводында ветврач, ә Әминә апай БДУ-ның Тарих институты директоры, улар ике малайға – Азамат һәм Айҙарға ғүмер биргәндәр. Рәмзиәләре Яңыбайҙа башланғыс кластарҙы уҡыта, йәмәғәте Радик менән өс бала: Динә, Вадим, Илданды тәрбиәләйҙәр. Унан килә Луиза байтаҡ йылдар Ҡужанаҡта уҡытҡандан һуң, дәрестәр етмәү сәбәпле, ғаиләһе менән әсәһе янына ҡайталар. Иптәше Марат та уҡытыусы, улар бигерәк бай: биш бала – Азат, Гөлнәзирә, Зөлфиә, Зиннур (атаһы иҫтәлегенә ҡушҡандар), Әмир янына опекаға Булатты алып тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул инде аграр университетты бөтөрөп, әрме хеҙмәтендә булырға ла өлгөргән. Төпсөктәре – Илдар “Шайтантау” ҡурсаулығында инспектор, ҡатын Лениза – уҡытыусы, балалары Гүзәл һәм Арслан беҙҙе концерттарҙа үҙҙәренең бейеүҙәре менән һөйөндөрөп тора.
Бик бай, бик бәхетле Роза Фәтхулла ҡыҙы. Быны шулай Бөрйән ҡыҙы Ейәнсура еренә ерегеп, үҙ кеше булып киткән.
Уны хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һаман да онотмай, хөрмәт итеп, яратып тора. Байрамдар менән ҡотлап, ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, элеккесә көр күңелле, дәртле һәм зирәк Роза апай тик ултырырға яратмай. Ысын ейәнсураларса шәл бәйләргә өйрәнеп, ошо шөғөлдө үҙ итеп, шәлдән башҡа ла ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп ултыра. Көнөнә биш намаҙын ҡалдырмай, балаларына һәр ваҡыт доғаларын бағышлап, фатихаларын биреп, яңы эштәргә, еңеүҙәргә дәртләндереп тороусы ла ул.
Күрше-күләндәре менән дә бик татыу: Фәрит һәм Гөлсирен Рәхимғоловтар, Лидия Әхмәтшина һәм Салауат Иҙелбәков менән бик матур итеп, инде нисә йылдар ҡатышып йәшәйҙәр.
Бөтә балаларына, хәҙер инде 14 ейәнсәренә, биш бүләһенә аҡыллы кәңәштәр биреп, уларҙың хәл-торошон белешеп, ҡыҙыҡһынып, мөмкинлеге булғанда матди ярҙам күрһәтеп, хәстәрлекле өләсәй булып ғүмер итә ул. Артабан да шулай матур йәшәү өлгөһө булып ҡалығыҙ, Роза Фәтхулла ҡыҙы!
Читайте нас: