Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
8 Август 2020, 21:00

Аллаһы Тәғәлә өсөн иң һөйөклө өй – эсендә етемдәр хөрмәт ителә торған йорт

"...Бер йәш ҡатын балаһы янына социаль приютҡа китеп бара. Саҡыртып алғандар. Йөҙөнә, һөйләшеүенә ҡарағанда, түбәнгә тәгәрәп китеп барған ҡатынға оҡшай. Һөйләшеп барабыҙ. 22 йәштә генә булһа ла, ағинәйҙәр кеүек фекер йөрөтә, һөйләй. Баланы алып киткәндәрендә өйҙә булмаған, күрше ауылда “ҡунаҡта” булған. Йөҙөндә баланы йәлләү, ҡыҙғаныу, яҙмышы тураһында борсолоу әҫәре лә юҡ."Яңыбай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғайса Ишмөхәмәтовтың тәрбиә темаһына яҙылған мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ. Автор күтәргән проблемаға үҙ фекерегеҙҙе комментарийҙа ҡалдырығыҙ.

Һүҙем балалар, дөрөҫөрәге, етем балалар тураһында булыр. Эйе, бик сетерекле тема... Уларҙың яҙмыштары, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында йышыраҡ, тулыраҡ итеп яҙырға ла бит... Ҡайһы ваҡыт миңә был балалар алдан уҡ ғазаплы яҙмыштары менән риза булып, күңелебеҙҙе ташҡа әйләнеүҙән йолоп ҡалыр өсөн килгән фәрештәләр кеүек тойола. Улар был донъяға яҡшылыҡты, һөйөүҙе һәм наҙҙы ишәйтергә, булмышыбыҙҙа йәшерелгән хазиналарҙы асырға килгән. Ә беҙ уларҙы һаман да күҙ алдыбыҙҙан алыҫҡараҡ, ҡалын стеналар, бейек ҡоймалар артына, урман эстәренә йәшереп, күрмәҫкә, оноторға тырышабыҙ. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа хөкүмәт тарафынан етемдәргә ҙур иғтибар бүленә, ирекмәндәргә, матди ярҙам күрһәтеүселәргә, ул рухи ярҙам да, юл асыла башланы. Мәҡәләмдең маҡсаты: ошо проблеманың сәбәптәрен асыҡлау, йәмәғәттең иғтибарын йүнәлтеү. Нисек тә кешеләрҙә мәрхәмәт менән миһырбанлыҡ тойғоһон һайыҡтырмаҫҡа ине, сөнки улар – Хоҙайҙың беҙҙең кешелегебеҙҙе һаҡлар өсөн ебәргән илселәре бит.
Республика Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай фекер яңғыратты: “Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ”. Бик дөрөҫ, хаҡ һүҙҙәр. Бер бала ла донъяға үҙ теләге менән тыумай. Бала – Хоҙай емеше. Бөтә сабыйҙар ҙа бәхетлеме? Бәхетле түгел икән, кем ғәйепле? Сәбәптәре кемдә, нимәлә? Һорауҙар бик күп. Мине һәр хәлдә ошо һорау оҙаҡ йылдар дауамында борсой килә. Ошо проблеманы күтәреп сығырға бер хәл сәбәпсе булып торҙо. Юлда йөрөгәндә юлға сығып торғандарҙы ултыртып алырға тырышам. Төрлөһө, төрлө хәлдә юлға сыҡҡандары осрай, хатта рәхмәт әйтергә лә онотоп төшөп киткәндәре бар. Бер йәш ҡатын балаһы янына социаль приютҡа китеп бара. Саҡыртып алғандар. Йөҙөнә, һөйләшеүенә ҡарағанда, түбәнгә тәгәрәп китеп барған ҡатынға оҡшай. Һөйләшеп барабыҙ. 22 йәштә генә булһа ла, ағинәйҙәр кеүек фекер йөрөтә, һөйләй. Баланы алып киткәндәрендә өйҙә булмаған, күрше ауылда “ҡунаҡта” булған. Йөҙөндә баланы йәлләү,ҡыҙғаныу,яҙмышы тураһында борсолоу әҫәре лә юҡ. Шуныһы асыҡланды: баланы Өфөгә кисекмәҫтән операцияға алып барырға кәрәк. “Мин барып йөрөй алмайым, үҙҙәре алып барһындар, аҡсам юҡ...” кеүек хәбәрҙәр теҙмәһенән кәйефем төштө, әсәй кешенең ошондай хәлгә барып етеүенә түгел, ә баланың яҙмышына битараф булыуы тетрәндерҙе.
Түбәндәге һандарҙы, факттарҙы килтергәндән күп балаларҙың ниндәй хәлдә ҡалыуын тулыраҡ асыҡлап була:
  • Рәсәйҙә 43 мең бала ВИЧ инфекцияһы эләктергән;
  • донъяға тыуған балаларҙың 50%-ы төрлө психологик ауырыуҙарға дусар;
  • 35% бала ауырыу булып тыуа;
  • 12% етлекмәй тыуа; инвалид балаларҙың һаны 500 меңдән ашыу. Илебеҙҙә 5,6 миллион яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ, 634,5 мең ир-егет балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләй. Өләсәй, олатай ҡарамағында тәрбиәләнеп, ата-әсәһен йылына бер-ике тапҡыр күргәндәре тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Шулай уҡ, Рәсәйҙә хәҙерге көндә 60 меңдән ашыу бала етем һаналһа, республикала уларҙың һаны яҡынса 18 355. Социаль приюттарға йыл һайын Башҡортостанда 3200 бала урынлаштырыла, 10 мең тирәһе аборт яһатыла. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 80%-ының йә атаһы, йә әсәһе генә бар. Ҡот осҡос һандар һәм факттар. Бер мәҡәлә эсендә генә бөтә сәбәптәрҙе асыҡлап, күрһәтеп китеү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа, бер-нисәүһенә туҡталып киткем килә. Донъя иһә бәлә-ҡазаһыҙ ғына бармай, ҡайһы берәүҙәр гонаһлы, яңылыш аҙымдар ҙа яһап ҡуйғылай, үҙ теләге менән, хөкүмәт ҡарар әле, кеше итер, урамға сығарып ташламаҫ тигән маҡсат менән тапшырғандары ла бар.
  • Бер-нисә йыл элек Хәйбулла районында ҙур суммаға кредитҡа батып, үҙ-үҙҙәрен һыуға батырып, бурыс ҡоллоғонан “ҡотолған” атай менән әсәй балаларын Хоҙай ҡарамағына ҡалдырғанда, ниндәй уйҙар, кисерештәр кисергәндәрен беҙ бер ҡасан да белә алмаясаҡбыҙ. Шулай ҙа иң төп сәбәптәрҙең береһе – ул эскелек. Республикала һәр дүртенсе ғаилә эскелек арҡаһында тарҡала. Хәҙерге көндә ир-егеттәрҙең генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпләп эскелек һаҙлығына батыуы хәүефкә һала. Эсеп, аҙып-туҙып, балаларын аслы-туҡлы ҡараған әсәйҙәргә ҡарап, күңелем әрней, йөрәгем һыҙлай. Нисек итеп әсәй тигән бөйөк, изге исемде күтәреп йөрөмәк кәрәк? Кавказ халҡында етемдәр йорттары юҡ. Кәрәклеге лә юҡ, сөнки ундағаилә институты көслө. Уларҙа ире, ҡатыны, балалары алдында яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Ғаилә ҡиммәттәре һаҡланған. Ирлек абруйы, егетлек баһаһы юғары баһалана, ә был инде намыҫ, көс, аҡыл, батырлыҡ, эшлеклелек тигәнде аңлата. Ир-егеттәр беҙҙә бала тәрбиәләүҙән хәҙерге көндә ситләтелде, бының менән күберәк әсәйҙәр, өләсәйҙәр шөғөлләнә. Мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышына кемдәр йөрөй? Ауылда үткәрелгән төрлө йыйылыштарҙа кемдәр ҡатнаша, төрлө мөһим мәсьәләләрҙе кем хәл итә? Бер-ике ир уҙаманын иҫәпкә алмағанда, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар. Яңыраҡ ҡулыма революцияға тиклемге етем балаларҙың яҙмышын хәл иткән бер ауыл йыйылышының фотоһы килеп эләкте. Был йыйылышта аҡһаҡалдар, ир-егеттәр һәм малайҙар – бер генә лә ҡатын-ҡыҙ юҡ... Етем балаларҙы ауылда, туғандарында, йә балаһыҙ ғаиләләрҙә ҡалдырырға тырышҡандар. Ә кешегә, бигерәк тә, сабый балаға был донъяла йәшәр өсөн үҙенең кәрәклеген аңлауҙан да мөһимерәк нәмә юҡ. Сит ҡошсоҡто үҙ ояһына алып, тәрбиәләп, үҙ аллы осош юлына әҙерләгәндәргә, донъяның яҡты яҡтарын ошо балаларға күрһәтеүселәргә беҙ баш эйергә, уларҙы хөрмәт итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға, баһаларға тейешбеҙ. Ҡөрьән хәҙистәрендә лә был турала бик фәһемле һүҙҙәр бар: “Етемдең башынан яратып һыйпаған кешегә, уның ҡулы тейгән һәр бер сәсе өсөн Аллаһы тарафынан рәхмәт яуыр; кем үҙе менән йәшәгән, етем менән яҡшы мөғәмәләлә булған, ожмахта ла уға яҡын (ошо икәү яҡын мөнәсәбәттә булған кеүек) булырмын...” (урта һәм һуҡ бармаҡ кеүек тип күрһәткән).
    Киң күңел генә түгел, ә бөйөк күңел, сабырлыҡ, һаулыҡ кәрәктер бындай яуаплы эшкә аҙым яһар өсөн. Күп кенә ата-әсәләр етем баланы ҡурсыуға алғанда нимәнән ҡурҡа һуң? Кешеләр нимә тейер? (Аҡса өсөн алалар, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә күп). Насар нәҫел-нәсебенән ҡурҡыу: наркоман йәки эскесе түгелме икән? Ҡурҡырға һис ярамай.
    Ғалимдар иҫбат итеүенсә, эскелек менән наркоманияның нәҫеле юҡ. Етеш тормош көткән, һау ғаиләләрҙә лә насар ғәҙәтле балалар йыш осрай. Етем балаларҙың һаулығы, ЗПР (психик үҫеше тотҡарланған) балалар һәм башҡалар. Тағы бер уйҙырма: үҫкәс – барыбер ташлай. “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай”, “Йыланды күкрәккә һалып йылытып булмай” кеүек ҡотортоуҙар ҙа күптәрҙе икеләнеүгә алып килә. Былар барыһы ла уйҙырма. Етемдәрҙе тәрбиәгә алған ата-әсәләр менән һөйләшеп шуны асыҡланым: тулыһынса дәүләт ҡарамағында, интернат шарттарында тәрбиәләнгән балалар ғаилә тормошона тиҙ генә яраҡлашып китә алмайҙар. Уларҙың өшөгән йөрәктәрен йылытырға, йылмайырға өйрәтергә, күҙҙәрендә осҡон нурҙары балҡытырға күпме көс, сыҙамлыҡ, оҫталыҡ талап ителгәнен үҙҙәре генә белә.
    Әгәр ҙә дәүләт ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә йөҙө менән боролмаһа, ошо проблемаларҙы өҫтән генә хәл итергә уйлаһа, эҙемтәләре иһә тағы ла ҡурҡынысыраҡ буласаҡ.
    Ғайса Ишмөхәмәтов. Яңыбай ауылы.
    Читайте нас: