Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
4 Сентябрь 2020, 19:00

Бер әйткәндә эшләмәһәң... (Хикмәтле хикәйә)

Бер бабай менән әбей иркә генә, бер бөртөк ҡыҙҙарын күрше ауылға кейәүгә биргән. Әсә кеше түҙмәй, балаһының хәлен белергә киткән.

Бер бабай менән әбей иркә генә, бер бөртөк ҡыҙҙарын күрше ауылға кейәүгә биргән. Әсә кеше түҙмәй, балаһының хәлен белергә киткән.
Йәш ир кәләшенең юҡты бар итеп һөйләгәнен белгәнгә, әсәле-ҡыҙлының нимә һөйләшкәнен тыңларға булған. Әсәһенең хәлен һорашыуға ҡыҙы:
-Йәшәйбеҙ инде. Ирем насар, беренсе тапҡырҙан әйткәнен үтәмәһәң, йыға һуға ла ҡуя,-тип яуап биргән. Әсә ҡыҙып киткән:
-Ах, хәйерсе, хайуан икән! Алып ҡайтып китәм һине хәҙер үк!
Йәш ир йәһәт кенә балта алған да, былар янына ингән.
-Әйҙә, кәләш, картуфты утарға кәрәк, ә мин янындағы рәшәткәне йүнәтәм, -ти икән балтаһын уйнатып.
Ҡәйнә кеше кейәүенән ҡурҡып, ҡыҙы менән бергә картуф утарға сыҡҡан. Унда гел билсән үҫкән! Кейәүе сәйгә лә туҡттамай эшләткәнгә, ҡәйнә ул ситкә әйләнгәндә ҡасып ҡайтып киткән. Инеү менән бабайына:
-Ҡыҙыбыҙҙы алама кешегә биргәнбеҙ, сәй ҙә эсермәй, эш эшләтте,-тип илап ебәргән.

Хәҙер инде бабай киткән йәштәргә. Ҡыҙынан нисек йәшәүен һораған, уныһы:
-Кейәүең бик ҡаты кеше, беренсе тапҡырҙан әйткәнен тыңламаһаң, йыға һуға ла ҡуя,-ти икән. Атаһы:
-Ә ни эшләп һин ике әйткәнде көтөп ултыраһың?! Тәү ҡушҡандан эшлә!-тип әйткән ҡаты ғына итеп.

Быларҙы тыңлап торған ир ҡайныһын өс көн, өс төн ҡунаҡ иткән. Бабай кейәүен бик маҡтап килеп төшкәс, әбей тынысланған. Йәштәр бик матур итеп йәшәп киткән, кәләш башҡаса бер ҡасан иренә зарланмаған, ти.
Читайте нас: