Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
11 Сентябрь 2020, 21:00

#районға_90_йыл

Юлдыбай - Сураш Был ауылға Мөйтән бейҙең балаларының балалары нигеҙ һалған. 1761 йылдан билдәле, ул саҡта 11 йортта 72 кеше теркәлгән. 1850 йылда 10-сы башҡорт кантонының 12-се йортона ҡараған.1920 йылда 59 йортта 443 кеше йәшәгән. 1925 йылға 48 йорт ҡалған. 1939 йылда ауылда 259 кеше булған. 2000 йылда 63 йортта 189 кеше йәшәһә, 2004 йылдың 1 ғинуарына 169 кеше теркәлгән.

Был ауылға Мөйтән бейҙең балаларының балалары нигеҙ һалған. 1761 йылдан билдәле, ул саҡта 11 йортта 72 кеше теркәлгән. 1850 йылда 10-сы башҡорт кантонының 12-се йортона ҡараған.
1920 йылда 59 йортта 443 кеше йәшәгән. 1925 йылға 48 йорт ҡалған. 1939 йылда ауылда 259 кеше булған. 2000 йылда 63 йортта 189 кеше йәшәһә, 2004 йылдың 1 ғинуарына 169 кеше теркәлгән.
Сураш ауылы Әселе йылғаһының уң яҡ ярында Күрәнтау, Күктау, Бурлытау, Ҡыҙылтау теҙмәләре буйында урынлашҡан. Һул яҡ ярҙа Ғәлиәнтау, Бабайтау, Әбейтау бар. Бик борон заманда Бәрҙеле йылғаһы һәм зыярат араһында һынташ айырылып, күккә олғашып торған. Элегерәк мосафирҙар ике үркәсле, бер үркәсле дөйәләрҙә сит яҡтарҙан ки леп, Һынташта туҡталып, аят бағышлап китер булған. Был таш әкренләп кенә ергә һеңә барып, юғала. 1980 йылдарҙа ерҙән ярты метрҙар самаһы ҡалҡып торһа, хәҙер ул урында соҡор ғына беленеп ята. Баҫыу уртаһындағы был соҡор йылдан-йыл тәрәнәйә бара.
Читайте нас: