Бәләкәй генә бер ҡалала ике күрше йәшәгән. Бер ғаиләлә көн дә кем хаҡлы, кем ғәйепле икәнлеген асыҡлап талашалар ти, ә икенсеһендә татыулыҡ хөкөм һөрә. Хужабикә күрше ҡатындың бәхетенә аптырай, көнләшә. Шунан иренә:
– Барып белеп кил әле, ни өсөн уларҙа гел генә барыһы ла шыма һәм тыныс икән? - ти.
Ире күршеләренең тәҙрә төбөнә барып, тыңлап тора. Хужабикә өйҙә ҡиммәтле вазаның саңын һөртә. Ҡапыл телефон шылтырай, хужабикә һауытты өҫтәлдең ситенә генә ултырта. Шул ваҡыт ире бүлмәгә килеп инә һәм яңылыш ҡына вазаға тейә. Һауыт иҙәнгә төшөп селпәрәмә килә.
Вазаның ватылыуын күргән ҡатын иренә:
– Ғәфү ит инде, ҡәҙерлем, мин ғәйепле, вазаны ситкә ҡуйғанмын, – ти.
– Юҡ, иркәм, бында ғәйеп миндә. Ҡабаланып инеп уны күрмәгәнмен. Ярай, бошонма, башҡа бәлә генә килмәһен, – тип ҡатынын йыуата.
Көнләшеүҙән күрше ирҙең йөрәге сәнсеп ҡуйған. Өйөнә кәйефе ҡырылып ҡайтып ингән. Ҡатыны уға:
– Йә, ҡараныңмы, уларҙа нисек? – тип һораған.
– Уларҙа барыһы ла ғәйепле. Ә бына беҙҙә барыһы ла хаҡлы...