Бер ҡаҙ, 3 алма, 4-5 картуф, 200 грамм ҡара емеш, самалап тоҙ, 4 ҡалаҡ майонез, 2 ҡалаҡ аджика, 3-4 теш һарымһаҡ.
Ҡаҡланған булмаһа, ҡаҙҙы 3-4 сәғәткә тоҙло һыуға һалып торабыҙ. Һыуҙан алғас, бер аҙ тоҙлап, 8 тигеҙ өлөшкә бүленгән алманы, 4 өлөшкә бүленгән картуф, яҡшылап йыуылған ҡара емеште эсенә тултырабыҙ.
4 ҡалаҡ майонезға 2 ҡалаҡ аджика, ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып, тышына һылайбыҙ. Ҡаҙҙы, бешереү өсөн тәғәйенләнгән махсус тоҡсайға һалып, 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә яҡынса 2 сәғәткә ҡуябыҙ. Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән табынға ултыртыла.