Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
17 Октябрь 2020, 14:00

Төркөмдәштән рецепт. БАЛАН БӘЛЕШЕ

ҠАМЫР:50гр(+ - ) майҙы он өҫтөнә ҡырғыстан ҡырҙым, шуға бер ус тултырып шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы разрыхлитель һалып, яҡшылап ыуҙым. Шуға бер йомортҡа, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы майонез, 4 аш ҡалағы шыйыҡ май, семтем тоҙ һалып ҡамыр баҫтым. Ҡамыр йомшаҡ, ҡулға йәбешмәй торған булды. Мин эслек эҙерләгәнсе ял итте.

ҠАМЫР:
50гр(+ - ) майҙы он өҫтөнә ҡырғыстан ҡырҙым, шуға бер ус тултырып шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы разрыхлитель һалып, яҡшылап ыуҙым. Шуға бер йомортҡа, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы майонез, 4 аш ҡалағы шыйыҡ май, семтем тоҙ һалып ҡамыр баҫтым. Ҡамыр йомшаҡ, ҡулға йәбешмәй торған булды. Мин эслек эҙерләгәнсе ял итте.

Эслек:
2,5 чашка(кофе чашкаһы) шәкәр ҡомо, 1 чашка он, 1 чашка крахмалды бергә бутаным.
Ҡамырҙы бик йоҡа итмәйенсә йәйеп табаға һалдым, ҡамыр өҫтөнә бер ҡат шәкәрле ҡатнашма, уның өҫтөнә баланды йәйҙем һәм ҡалған ҡушылманы балан өҫтөнә йәйеп бөтөрҙөм.
Духовкала 40 минут самаһы бешерҙем. Ныҡлап һыуынып бөткәнен көтөргә түҙемлек етмәне, эслеге ҡатҡанын көтһәңн һәйбәт булыр ине лә бит, тиҙерәк тәмен беләһе килә шул. Ә тәме - иҫкитмәле! Ҡамыры ВО! Был ҡамыр куберәк алма пирогына килешер ине
Читайте нас: