Шундай кешеләр була – йәшәйештәре менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, киләһе быуынға үрнәк булып, эйәргәндәргә һабаҡ биреп, өмөт сатҡылары таратып, янып йәшәүселәр. Булмыштары менән әйләнәһен яҡтыртып, яҡшыртып, ғүмер юлдарынан барыусылар.
Тап шундай кешеләр Муйнаҡ ауылында ла бар. Ололар көнөндә башҡаларҙан иғтибар, хөрмәт көтөп ултырмай, ә бәлки үҙҙәренә генә түгел, эйәргәндәргә лә оло байрам, күркәмлек өлгөһө күрһәтеүселәр. Улар – Рәйемғужин Зөфәр, Исмәғилева Рәйлә, Исмәғилев Заһир, Йосопов Таһир, Арыҫланов Таһир, Дәүләтбирҙин Вадим, Йылҡыбаев Ришат – республикабыҙҙың 103 йыллығына арнап, 103 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Имандарына эйәреп, хәләл көстәрен, ваҡыттарын йәлләмәй, тәбиғәт ҡомартҡыбыҙ – “Һыусыҡҡан” шишмәһен сүп-сарҙан таҙалап, ҡороған ағастарын бысып, үләнен сабып, бешерергә усаҡ эшләп, сәскәләр ултырттылар. Ғосол ҡойоноу өсөн торба аша һыу үткәрҙеләр, мәсетте ағартып, йыйыштырҙылар.
Артабан да төҙөкләндереү тураһында уйлаған ағай-апайҙарыбыҙҙың изге уй-ниәттәре тормошҡа ашһын, әжерен күрһен. Шишмәбеҙ халҡыбыҙҙы таҙалыҡҡа, яҡтыға әйҙәп, мәңге сылтыраһын ине.
Г. Йылҡыбаева.