Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
29 Октябрь 2020, 19:00

Балалар нисек Көҙһылыуҙы эҙләгән

Балалар нимәне түҙемһеҙләнеп көтә, ярата? Әлбиттә, байрамды, тантананы! Көҙ байрамы календарь битендә ҡыҙыл дата менән билдәләнмәһә лә, ни өсөн йолаға ингән был байрамды ойоштормаҫҡа?! Шундай уй-ниәттә “Ләйсән” балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” башҡорт төркөмө өсөн көҙ байрамы уҙғарҙыҡ. Улбашҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә саф һауалағы уйын майҙанында үткәрелде.

Көҙ көндәре килеп етте –
Хушлашабыҙ йәй менән.
Бөтөн ерҙә япраҡтарҙан
Алтын келәм түшәлгән.
Балалар нимәне түҙемһеҙләнеп көтә, ярата? Әлбиттә, байрамды, тантананы! Көҙ байрамы календарь битендә ҡыҙыл дата менән билдәләнмәһә лә, ни өсөн йолаға ингән был байрамды ойоштормаҫҡа?! Шундай уй-ниәттә “Ләйсән” балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” башҡорт төркөмө өсөн көҙ байрамы уҙғарҙыҡ. Улбашҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә саф һауалағы уйын майҙанында үткәрелде.
Быйылғы көҙ матур һауа торошо менән ҡыуандырҙы.15 октябрҙә көн бигерәк тә ҡояшлы,матур,йылы булды. Һап-һары япраҡтарға төрөнгән ҡайын ағастары иһә майҙансыҡты тағы ла йәмләй. Балалар тәрбиәсе Рәсилә Минислам ҡыҙы менән Көҙһылыуҙы эҙләп, “урманға” килеп инде. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың моңло йырҙарын, шиғырҙарын ишетеп, Көҙһылыу ҙа(алмаш тәрбиәсе Эльзина Илүс ҡыҙы) байрамға килеп етте. Әммә Болот (тәрбиәсе ярҙамсыһы Регина Шәһит ҡыҙы) килде лә, байрамды боҙоп, Көҙһылыуҙы алып китте. Ни эшләргә лә белмәй,аптырап ҡалған балаларға урман иргәйеле ярҙамға ашыҡты. Уның менән урман буйлап йөрөп,балалар терпеләргә,тейенгә, бәшмәктәргә юлыҡты. Уларҙың үҙҙәренә генә бағышланған шиғырҙарын тыңланылар.
Йылда әкиәт геройҙары ролен ҙурҙар,тәрбиәсе апайҙар башҡара ине, ә был байрамда иһә балалар үҙҙәре тәүге тапҡыр персонаж ролендә уйнаны. “Ямғыр һәм ҡояш”, “Алмалар йыйыу”, “Яулыҡ аҫтында кем йәшенгән?” кеүек тематикаға ярашлы уйындар, көҙгө уңыш һәм муллыҡ тураһында йомаҡтар ҡойоу, йырҙар һәм күңелле бейеүҙәр менән алып барылды сара. Ямғыр тураһында күңелле йырҙы ишетеп, Болот байрамға Көҙһылыуҙы үҙе үк алып килде. Балалар Болот менән дә дуҫлашып, күңелле уйын уйнаны, ә сара аҙағында балаларҙы сюрприз – Көҙһылыуҙың күстәнәс алмалары көтә ине. Шулай итеп, саф һауала уҙғарылған байрам күңелле һәм мауыҡтырғыс та, һаулыҡ өсөн файҙалы һәм фәһемле лә булды.
Читайте нас: