ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
8 Декабрь 2020, 11:00

ТЫРЫШЛЫҠ ҠАҒИҘӘҺЕ

1. Тәрбиәләнмәгән, эшкәртелмәгән ерҙә бер ни ҙә үҫмәгән кеүек, эшһеҙ торған әҙәм балаларынан да һис ниндәй файҙа юҡ. Шуның өсөн был донъяла мәңге торорҙай ҙа, Ахирәткә иртәгә китерҙәй ҙә булып тырышығыҙ, хеҙмәт итегеҙ.2. Аллаһ һәр ғәмәлгә күрә яза (бүләк) бирергә вәғәҙә иткән. Бәндәнең вазифаһы – Раббыбыҙҙың әмерҙәрен башҡарыу. Шуның өсөн дә иңегеҙгә йөкмәтелгән ғәмәлдәрҙе ихлас һәм тырышлыҡ менән үтәгеҙ. Улар ҡабул була йәки булмаясаҡ, Аллаһ бәндәләрҙең ғибәҙәттәренә һис мохтаж түгел, тип һөйләү, быларҙы ялҡаулыҡҡа сәбәп итеү кеүек нәмәләр менән шөғөлләнмәгеҙ. Улар бәндәнең вазифаһы түгелдер.Тулы мәҡәлә сайтта.

1. Тәрбиәләнмәгән, эшкәртелмәгән ерҙә бер ни ҙә үҫмәгән кеүек, эшһеҙ торған әҙәм балаларынан да һис ниндәй файҙа юҡ. Шуның өсөн был донъяла мәңге торорҙай ҙа, Ахирәткә иртәгә китерҙәй ҙә булып тырышығыҙ, хеҙмәт итегеҙ.
2. Аллаһ һәр ғәмәлгә күрә яза (бүләк) бирергә вәғәҙә иткән. Бәндәнең вазифаһы – Раббыбыҙҙың әмерҙәрен башҡарыу. Шуның өсөн дә иңегеҙгә йөкмәтелгән ғәмәлдәрҙе ихлас һәм тырышлыҡ менән үтәгеҙ. Улар ҡабул була йәки булмаясаҡ, Аллаһ бәндәләрҙең ғибәҙәттәренә һис мохтаж түгел, тип һөйләү, быларҙы ялҡаулыҡҡа сәбәп итеү кеүек нәмәләр менән шөғөлләнмәгеҙ. Улар бәндәнең вазифаһы түгелдер.
3. Һис бер нәмәһе юҡ кеше фәҡир түгел, ә һөнәре, тырышлығы булмаған әҙәм фәҡир. Тырышҡанға эш һәр ваҡыт ярҙам итер, ул матур йәшәр. Ә ялҡау аслыҡтан үлер. Был донъяның тормошо һәр кемдең ғәйрәтенә бәйле. Шуның өсөн дә башҡаларға һалышмайынса, үҙ көсөгөҙгә өмөт итегеҙ, үҙегеҙ өсөн үҙегеҙ тырышығыҙ.
4. Ризыҡ ни тиклем бүленгән, билдәләнгән булһа ла, бәндәләргә уны эҙләү һәм теләү бойоролғандыр. Шуның өсөн үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ – ул һис кемгә күктән алтын яуған кеүек яумай, ерҙә үлән үҫкән кеүек үҫеп тормай.
5. Зирәк булһағыҙ – зирәклеккә ышанығыҙ, һөнәрле икәнһегеҙ – һөнәрегеҙгә таянығыҙ. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙ, хәрәкәтһеҙ тормағыҙ. Тырышлыҡ күрһәтелмәһә, зирәклек һәм һөнәрҙән дә файҙа булмай.
6. Шәриғәт ҡушҡандан тыш, ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөү әҙәм балаһына ауырыу килтерә, уның күңелен боҙа, фәҡирләндерә. Шуның өсөн бер ваҡытта ла эшһеҙ тормағыҙ, һәлкәүлек, шөһрәт әсире булмағыҙ. Аҡылығыҙҙы бушлыҡ, битарафлыҡ менән аҫрамағыҙ.
7. Донъяла үткән көндәрегеҙҙә Ахирәттә файҙаһы тейәсәк ғәмәлдәргә иғтибар итегеҙ. Яҡшы белегеҙ: фанилыҡта туҙан ҡәҙәре генә изгелек иткән кеше лә баҡыйлыҡта яҡшылыҡ күрер, туҙан ҡәҙәре уҫаллыҡ ҡылған әҙәм Ахирәттә яза алыр. Һәр кемдең ғәмәлдәре билдәле, уларҙы йәшереү мөмкин түгел, әжере баҡыйлыҡта ҡаршы килеп алыр.
8. Донъя сәфәрендә булған ваҡытта үҙегеҙгә кәрәкле эштәрҙе туҡтатмағыҙ. Ни өсөн тигәндә, ғүмер ел тиҙлеге менән үтә. Вафат көнөнә тиклем тик файҙалы эштәр башҡарырға тырышығыҙ, һис ялҡмағыҙ. Үҙегеҙҙән һуң матур исем ҡалдырырға ынтылығыҙ – әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә яҡшы аты ерҙә мәңгелеккә ҡалыр.

Ризаитдин Фәхретдиндең "Нәсихәттәр"енән.
"Бәрәкәт" журналы.
Читайте нас: