Тәрбиә тирмәһендә
31 Декабря 2020, 21:00

Ағинәйҙәр борсола

Ағинәйҙәр уйлана, кәңәш итә

“Айыҡ ауыл- 2019”
Ағинәйҙәр фекере: Йәштәр һүҙе үтемлерәк
30 сентябрҙә район ағинәйҙәр ойошмаһы үҙәк китапхана залында йыйын үткәрҙе. Өлкәндәр көнөн ҡаршылап, “Айыҡ ауыл-2019” акцияһы сиктәрендә ойошторолған сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин ҡатнашты.
Тотош республикала барған сәләмәт тормош яҡлылар ағымына ҡушылып, ауыл биләмәләренән килгән төрлө йәштәге ағинәйҙәр үҙ фекерен әйтте, артабан сара “Һорау-яуап” форматына күсте. Күп кенә фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны. Шуныһы көн кеүек асыҡ: төрлө бәлә-ҡаза, төҙәлгеһеҙ хәлдәр күп осраҡта эскелеккә бәйле.
Сарала Күгәрсен районы ағинәйҙәре етәксеһе Әминә Әҙелғужина ҡатнашыуы ла урынлы булды.
Тәлғәт Аҡбутин:
- Милләтебеҙҙең тормошҡа ашырылып бөтмәгән бик күп мәсьәләләре бар. Сәләмәт ғаилә ул – ил киләсәге, бөгөн ошо йәһәттән, үкенескә күрә, ныҡ ҡурҡыныс янай. Кеше ирекле тип иғлан ителде, әммә күптәр үҙҙәрен бурыстарынан ирекле тип һанай. Сәләмәт йәшәү рәүешенән алыҫта торған ғаиләләр бөтә биләмәләрҙә лә бар. Эскән ир-егет кенә түгел, эсеүгә һалышҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп кенә. Улар хаҡында көн һайын хәбәр алып торабыҙ, аҙна һайын бер-ике бала социаль приютҡа тапшырыла.
(Дауамы гәзиттә)
Читайте нас