Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
21 Ғинуар 2021, 13:00

Һәр кем үҙ юлын үтә

“Ә, теге һәр саҡ көлөп торған апаймы, һылыумы“, тип таныйҙар мине”, – ти Зилә Хәйруллина “Уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ. Улыбыҙҙы Зилә Урал ҡыҙы уҡытыуын белгәс, эй ҡыуандыҡ. Бәләкәй сағында башҡортса һүҙҙәрҙе лә әйттерә алмаһаҡ, хәҙер улым мәктәптән ҡайта ла: “Әсәй, әйҙә башҡортса ғына һөйләшәйек!” – тип үтенә. Яңылыш русса һүҙҙәр ҡыҫтырһам, төҙәтеп ҡуя. Йә булмаһа, “был һүҙ башҡортса нисек була?” – тип ҡыҙыҡһына...” – Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 6-сы класында белем алған Арсландың әсәһе шулай һөйләп торғайны. Бына ошо уҡытыусы, “Йырау” ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы Зилә Хәйруллина менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

“Ә, теге һәр саҡ көлөп торған апаймы, һылыумы“, тип таныйҙар мине”, – ти Зилә Хәйруллина
“Уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ. Улыбыҙҙы Зилә Урал ҡыҙы уҡытыуын белгәс, эй ҡыуандыҡ. Бәләкәй сағында башҡортса һүҙҙәрҙе лә әйттерә алмаһаҡ, хәҙер улым мәктәптән ҡайта ла: “Әсәй, әйҙә башҡортса ғына һөйләшәйек!” – тип үтенә. Яңылыш русса һүҙҙәр ҡыҫтырһам, төҙәтеп ҡуя. Йә булмаһа, “был һүҙ башҡортса нисек була?” – тип ҡыҙыҡһына...” – Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 6-сы класында белем алған Арсландың әсәһе шулай һөйләп торғайны. Бына ошо уҡытыусы, “Йырау” ансамбленең алмаштырғыһыҙ ағзаһы Зилә Хәйруллина бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
- Хәйерле көн, Зилә Урал ҡыҙы, үҙегеҙ, эшегеҙ тураһында һәйләп үтһәгеҙ ине.
- Һәр бер кеше үҙ юлын үтә, тиҙәр. Бер кем дә кешенең юлын ҡабатламай. Һин үтә торған һынауҙарҙы, шатлыҡ- ҡыуаныстарҙы, һағыш-ҡайғыларҙы, хис-тойғоларҙы, юғалтыу-табыштарҙы тик һин генә үтәһең, сөнки ул һинең генә юлың. Иң мөһиме – ошо һынауҙарҙы үткәндә кеше булып ҡалыу, тип уйлайым. Бер кемде лә ғәйепләмәй, хаталанһаң, кешенән түгел, ә үҙеңдән сәбәбен эҙләп, төҙәтергә һәм йылмайып артабан алға атларға. Үҙемде “Һай, Зиләкәй, афарин! Әйҙә, ғәйеп үҙеңдә, төҙәт хатаңды, шул кәрәк һиңә! – тип шелтәләйем дә, Аллаһымдан ғәфү үтенеп, еңеллек һорап, үҙ юлымды дауам итәм...
Әңгәмәнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 8 ғинуар һанында (№3) уҡығыҙ.
Читайте нас: