Уйындар – кешелектең бай мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Бала донъяға килеү менән уны әүрәтеү, зиһенен үҫтереү, сыныҡтырыу маҡсатында уға уйындар тәҡдим ителә. Уйын балалар өсөн –донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы.
Беҙҙең “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең иң яратҡан уйындарының береһе ул – шашка. Был өҫтәл уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй, түҙемле, ныҡышмалы, тыныс булырға, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә.
Йыл һайын өлкән һәм мәктәпкә әҙерләү төркөмө балалары шашка ярыштарында ҡатнаша. Ошо көндәрҙә тағы ла сираттағы турнир үтте. Сара алдынан йәш интеллектуалдар бик тулҡынланды һәм борсолдо. Тәүҙә һәр төркөмдән иң көслөләрҙе асыҡлау маҡсатында финалға һайлап алыу турҙары үтте.
Бына финал! Беҙ йәнә һәр кескәй уйынсының ҡомарына, еңеүгә ынтылышына, тәрбиәселәрҙең үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн борсолоуҙарына шаһит. Турнир талаптарға ярашлы үтте. 12 тәрбиәләнеүсе беренселек өсөн лайыҡлы ярышты һәм көсөргәнешле уйын күрһәтте. Турнирҙың барлыҡ этаптары үткәс, жюри ағзалары үҙ баһаһын сығарҙы – иң лайыҡлыларға призлы урындар бирелде. Ҡыҙҙар араһында беренселекте Роксана Мөҡсинова алһа, Мәҙинә Һиҙиәтуллина – икенсе, Айһылыу Үмәрғәлина өсөнсө урынға сыҡты. Малайҙар араһында Камил Әбсәләмовҡа етеүсе булманы. Данис Хәлитов менән Айрат Атанов икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Шашка турниры йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Кескәйҙәребеҙгә киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ!
Ләйсән Хөсәйенова, педагог-психолог.