Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
23 Февраль 2021, 14:00

ИЛҺӨЙӘРҘӘР БУЛЫП ҮҪӘЛӘР

Тормошҡа әҙер булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, гражданин, патриот тәрбиәләү – бөгөнгө белем биреү учреждениеларының мөһим бурыстарының береһе. “Алёнушка” балалар баҡсаһында балаларға хәрби-патриотик тәрбиәһе биреү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, "Бәпембә" төркөмөндә был йәһәттән...

Тормошҡа әҙер булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, гражданин, патриот тәрбиәләү – бөгөнгө белем биреү учреждениеларының мөһим бурыстарының береһе. “Алёнушка” балалар баҡсаһында балаларға хәрби-патриотик тәрбиәһе биреү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, "Бәпембә" төркөмөндә был йәһәттән “Беҙҙең ил”, “Армия”, “Ватанды һаҡлаусылар” темаларына әңгәмәләр үткәрелде. Тәрбиәләнеүселәр видеофильмдар һәм презентацияларҙы, иллюстрацияларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, балаларҙы төрлө нәфис әҙәбиәт менән таныштырҙыҡ. Шулай уҡ, тәрбиәләнеүселәр йәбештереү, әүәләү, һүрәтләү эшмәкәрлектәрендә ошо темаға күҙ яуын алған эштәр башҡарҙы. Был эштәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Ата-әсәләр мөйөшөндә тематикаға ярашлы мәғлүмәттәр эленде, папка-йәймәләр әҙерләнде. Армия сафтарында хеҙмәт иткән атайҙар һәм ҡартатайҙарҙың фотолары урын алды.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иң яратҡан эшмәкәрлеге – уйын. “Беҙ моряктар”, “Ил һаҡсылары” сюжетлы ролле уйындарын малайҙар яратып уйнай. “Самолеттар”, “Сәпкә ат”, “Кем иң мәргән?”, “Һаҙлыҡ аша сыҡ” хәрәкәтле уйындар аша тәрбиәселәр балаларҙың сослоҡтарын, әүҙемлектәрен, мәргәнлектәрен үҫтерә.
Тәрбиәләнеүселәргә бигерәк тә "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" һәм " Күңелле старттар" оҡшаны. Малайҙар үҙҙәрен һалдаттар итеп тойһа, ҡыҙҙар шәфҡәт туташы ролен оҫта башҡарҙы. Был саралар балалар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ, сәләмәт тормош алып барыуға бер миҫал булып торһа, рәхәтләнеп уйнау , күңел асыу, ял да итеү булып тора.
Читайте нас: