Донъялағы барлыҡ мөғжизәләрҙең мөғжизәһе – балалыр. Бала – кешелектең бөгөнгөһө, киләсәге һәм дауамы ла. “Ил тыныслығы ирҙә булһа, йән тыныслығы – ҡатында, ил киләсәге балала!” – тиелә бит халыҡ мәҡәлендә … Эйе, кешелектең киләсәге бөгөнгө балалар ҡулында. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен өсөн беҙ - өлкәндәр ҡайғыртырға тейешбеҙ. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йәмәғәтселектең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Иҫәнғол ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар, айырым кешеләр ҡунаҡҡа килеп, балалар менән аралашып, күстәнәстәр килтерәләр. Был социаль приютҡа Иҙәш ауылы "Сәсмәүер"клубы ағинәйҙәре лә, байрам алдынан тип, күптән әҙерләгән күстәнәстәрен алып килеп тапшырҙылар. Улар әйтеүенсә, "яҡынлашып килгән матур, сағыу яҙ байрамында бындағы балалар ҙа, иң яҡындарынан ғына ҡабул ителгән бүләк тип ҡыуанып алһындар ине, ошо яҡты донъяла үҙҙәрен тулы ғаиләле итеп, берәүҙән дә ситенмәй, бала саҡ ҡыуанысына ғына төрөнөп йәшәһендәр ине”, – тигән теләктә ҡалдылар. Әлбиттә, беҙ был йортҡа килеп инеү менән уҡытыусылар ҡояштай балҡып беҙҙе ҡаршы алдылар. Ихлас һөйләшеп үҙ пландары менән уртаҡлаштылар. Бар ерҙә лә карантин булыу сәбәпле, үҙ ҡулдарыбыҙ менән бүләктәребеҙҙе тапшыра алмаһаҡ та, беҙ уҡытыусы, тәрбиәсе апайҙары аша уларҙың йылмайып, ихлас ҡыуаныстары аша алып ҡыуанғандарҙыр тигән ышаныста ҡалдыҡ. Был йортта эшләүселәр. Һеҙ әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла. Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Байрам менән һеҙҙе ҡыҙҙар!!!