Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
6 Март 2021, 18:00

Бүләктәргә ихлас теләктәр ҡушып

Беҙҙең 7-се класта 22 уҡыусы. Үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәйбеҙ. Бында ата-әсәйҙәребеҙҙең һәм ата-әсәләр комитеты рәйесе Тәслимә Урал ҡыҙы Ҡыуатова, класс етәксеһе Мәхиәнова Гөлфиә Дамир ҡыҙы менән Бирҙеғолова Гөлнара Борис ҡыҙының роле ҙур.

  • Беҙҙең 7-се класта 22 уҡыусы. Үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәйбеҙ. Бында ата-әсәйҙәребеҙҙең һәм ата-әсәләр комитеты рәйесе Тәслимә Урал ҡыҙы Ҡыуатова, класс етәксеһе Мәхиәнова Гөлфиә Дамир ҡыҙы менән Бирҙеғолова Гөлнара Борис ҡыҙының роле ҙур.
  • Беҙ класыбыҙ менән 23 февраль һәм 8 март байрамдарын үткәрҙек. Ата-әсәләр өҫтәл әҙерләшһә, класс етәксебеҙ менән тәрбиәсебеҙ сараны күңелле лә, фәһемле лә итеп үткәреү өсөн бөтә көстәрен һалды. Беҙ бер-беребеҙгә бүләктәр бирештек. Бүләктәребеҙгә ҡушып, һәр кем үҙенә тәғәйен булған класташына иң матур теләктәрен еткерҙе.
  • Һуңынан мәктәп күләмендә ӨЙәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" конкурсы булды. Унда ла беҙҙең класс ҡыҙҙары ихлас ҡатнашты. Сараны Башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәселәре Альбина Уразаева, Айгөл Фәхретдинова, Гөлнара Бирҙеғолова, Нурзиә Ҡәҙербәкова, Әлфиә Уликанова, Раушания Танһыҡкужина ойошторҙо. Ҡыҙҙар ике командаға бүленеп, йырланы, бейене, тиҙлектә лә көс һынашты, шиғырҙар һөйләне. Байрам саралары барыбыҙға ла бик оҡшаны.
    Читайте нас: