"Өс таған" - иң яҡшыһы!
#Бикбаумәктәбе #Өс_таған #Башҡорт_киноһы"Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө."Ә бына бөгөн беҙгә күптән күрергә хыялланған Бөркөтлөлә булыу бәхете тейҙе! Ысын-ысын!