Тәрбиә тирмәһендә
20 Апреля 2021, 08:25

Ауыл китапханаһында тамаша

Буранғол ауылының кескәй тамашасылары өсөн китапхана һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әкиәт сәхнәләштерҙе.


Театр - сәнғәттең иң гүзәл бер төрө. Ул кешеләрҙе көлдөрә лә, илата ла, уйландыра ла. Беҙ бөгөнгө тормошобоҙҙо театрҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Театр - ул иҫ киткес мөғжизә. Сәхнәгә сығып бәләкәй генә булһа ла роль уйнарға хыялланмаған кеше юҡтыр.
Буранғол ауылы китапханаһында балалар өсөн тамаша үтте. Был сараға мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килде. Улар китапхана һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре сәхнәләштергән "Үгәй ҡыҙ Гөлбикә"әкиәтен ҡараны.
Әкиәт - бөтә халыҡтарға хас, элек-электән килгән халыҡ ижадының бер төрө. Уны ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый. Әкиәт баланы тик яҡшылыҡҡа ғына әйҙәй, үҙ-ара дуҫ булырға өйрәтә. Уның геройҙары аша балаларҙа кешелеклелек, ихтирамлылыҡ, дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттары тәрбиәләнә.
Балалар әкиәтте ихлас, яратып ҡаранылар, изгелек эшләгән кешегә изгелектең, ә яуызлыҡ ҡылғанға яуызлыҡтың кире әйләнеп ҡайтыуын төшөндөләр.
Үгәй ҡыҙ ролен Ғәҙилә Хәмитова, Миңлебикәне Ләлә Хәмитова, көтөүсене Регина Итбаева бик оҫта итеп, күңел биреп башҡарҙылар. Яуыз, уҫал үгәй әсәйҙе Зөһрә Хәмитованың, мәскәй әбейҙе Гөлниса Аҡбутинаның ысын актерҙарса килештереп уйнауҙары һокландырҙы. Барығыҙға ла һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
ИЛҮЗӘ ХӘМИДУЛЛИНА,тәрбиәсе. Буранғол ауылы.
Читайте нас