"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
24 Апрель 2021, 11:25

Алтын туйығыҙ ҡотло булһын!

Апрель айында беҙҙең ғаиләбеҙҙә ҙур һәм иҫтәлекле тантана. Ҡәҙерле әнейебеҙ Фәниә Байым ҡыҙы һәм хөрмәтле әтейебеҙ Расиҡ Мозафар улы Иҙелбәковтар үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне.Татыу ғаилә үрнәге булып, куптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән әтей-әнейебеҙҙе оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ҡәҙерләп һәм наҙлап пар ҡанат аҫтында үҫтерҙегеҙ. Итәғәтле, инсафлы һәм белемле итеп тәрбиәләнегеҙ. Рәхмәт Һеҙгә барыһы өсөн дә! Әле лә ярҙамығыҙҙан ташламайһығыҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк!

Апрель айында беҙҙең ғаиләбеҙҙә ҙур һәм иҫтәлекле тантана. Ҡәҙерле әнейебеҙ Фәниә Байым ҡыҙы һәм хөрмәтле әтейебеҙ Расиҡ Мозафар улы Иҙелбәковтар үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне.

Татыу ғаилә үрнәге булып, куптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән әтей-әнейебеҙҙе оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ҡәҙерләп һәм наҙлап пар ҡанат аҫтында үҫтерҙегеҙ. Итәғәтле, инсафлы һәм белемле итеп тәрбиәләнегеҙ. Рәхмәт Һеҙгә барыһы өсөн дә! Әле лә ярҙамығыҙҙан ташламайһығыҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк!

Илле йыл ҡулға-ҡул тотоноп
Пар былбылдай тормош итәһегеҙ
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтырыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн,
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ.

Ҡотлау менән балаларығыҙ.
Читайте нас: