Башҡортостанда 3 майҙа Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үтә.
Был көндә зыяраттарҙы, туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә тәҡдим ителә.
Иртәгә, 3 май көнө ауылдарҙа зыярат биләмәләрен таҙартыу өмәһе ойошторола.
Изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдән ситтә ҡалмайыҡ, зыяратта ерләнгән яҡындарыбыҙҙың рухын шатландырайыҡ.
Донъялыҡтан киткән туғандарығыҙҙың ҡәберлектәренә зыярат ҡылып, уларҙы тәртипкә килтерергә саҡырабыҙ.