Шишмә янына бер егет килеп туҡтаған. Һыуһынын ҡандырған. Шунда ял итеп ултырған ҡарттан:
– Бында ниндәй кешеләр йәшәй? – тип һораған.
– Ә һин килгән яҡтарҙа ниндәй кешеләр ғүмер итә? – тип мөрәжәғәт иткән уға тегеһе.
– Үҙҙәрен генә яратҡан насар уйлылар менән тулған донъя, – тип яуап ҡайтарған егет.
– Ундайҙарҙы һин бында ла табырһың, – тигән ҡарт.
Шул уҡ көндө шишмә янына тағы бер егет килгән. Юлдан йонсоған мосафир һыуһынын ҡандырған. Ҡартты күргәс, иҫәнләшкән дә:
– Бында ниндәй кешеләр йәшәй? – тип һораған. Ҡарт йәнә һорауын ҡабатлаған:
– Ә үҙең йөрөп килгән яҡтарҙа ниндәйерәк халыҡ көн итә?
– Шәп кешеләр йәшәй. Намыҫлылар, ихластар, ҡунаҡсылдар. Миңә улар менән айырылышыуы ҡыйын булды, – тигән егет.
– Шундайҙарҙы һин бында ла табырһың, – тип яуап ҡайтарған ҡарт. Уларҙың һөйләшеүен тыңлап торған икенсе бер ир аптырап һораған:
– Һин ни эшләп бер үк һорауға ике төрлө яуап ҡайтарҙың?
– Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙе күрергә теләгәнде йөрәгендә йөрөтә. Йөрөгән юлында яҡшылыҡ тапмаған бәндә уны бында ла, башҡа ерҙә лә күрмәйәсәк. Әгәр ҙә әйләнә-тирәбеҙҙә нимәлер оҡшамай икән, тимәк, ул беҙҙең фекеребеҙгә бәйле. Яҡшылыҡ күрергә теләгән кеше һәйбәт яғын тоя. Яманды күргеһе килһә, насар итеп баһалай. Һәр кемдең үҙ фекере.