Байрас Фәтих улы Ҡансурин, район мәғариф бүлегенең балаларҙың йәйге ялдарын ойоштороу буйынса белгесе:
– Ошо аҙнала, йәғни 24 июндә быға тиклем Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты һәм Үрген мәктәбе базаһында эшләп килгән лагерҙарға өҫтәп, Иҙәш, Абзан, Арсен, Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен, Ф. Солтанов исемендәге Иҫәнғол, Яңыбай мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагерҙары асылды. Ике көнгә һуңлап, Новониколаевка ла эшләй башлаясаҡ. Лагерҙарҙың оҙаҡ асылмауының сәбәбе нимәлә? Ашханаларға талаптар үҙгәреүгә бәйле, яңы талаптарға яраҡлаштыу оҙаҡ ваҡытты алды. Әле “Ал елкән” дә асылыр тигән өмөттә анализдар һөҙөмтәһен көтәбеҙ.
Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу лагеры “Йәйләү” программаһы буйынса эшләй. Унда йөрөгөн 1-се кластан 8-сегә тиклемге уҡыусылар Үҫәргән, Бөрйән, Юрматы ырыуҙарына бүленгән. Улар тәрбиәселәре М. Хәсәнова, Г. Тимермуллина, Э. Иҫәкәева, Л. Саптарова, Ф. Тоҡомбәтов, Ю. Айҙашова, Ф. Ҡыуандыкова, өлкән тәрбиәсе С. Бикбаева һәм лагерь начальнигы Р. Солтанова етәкселегендә уйындар уйнайҙар, яңыларын өйрәнәләр, темалы һүрәттәр төшөрәләр, экскурсияларға йөрөйҙәр һ.б. 22 июндә билдәләнгән Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған, ҡатнашҡан ата-бабаларҙы иҫкә алып, “Дуҫлыҡ” паркында урынлашҡан Дан аллеяһына барғандар. Ундағы танк, пушка макеттарын ҡарап, беҙҙең райондың Советтар Союзы Геройҙары менән танышып, паркта уйнап, күңелле ял итеп ҡайтҡандар.
Уҡыусыларға лагерға йөрөү бик оҡшай, ихлас йөрөйҙәр. Улар ял итеп, яңы уҡыу йылына етерлек көс йыйырҙар, ә лагерҙың һәр көнө күңелле сараларға бай булыр тигән теләктәбеҙ.