Тәрбиә тирмәһендә
2 Июля 2021, 14:45

Барыһы ла үҙеңә әйләнеп ҡайта

Бер саҡ батша үҙенең дәүләтендәге иң яҡын, иң талантлы, иң ышаныслы кешеләре менән һөйләшеп тора икән. Батшаның уйламаҫтан ҡапыл ғына ниҙер эшләй торған холҡо булған.

Бер саҡ батша үҙенең дәүләтендәге иң яҡын, иң талантлы, иң ышаныслы кешеләре менән һөйләшеп тора икән. Батшаның уйламаҫтан ҡапыл ғына ниҙер эшләй торған холҡо булған.
Был юлы ла ул үҙе эргәһендә баҫып торған ин аҡыллы вәзиренә һуғып ебәргән. Вәзире бер нисә секунд тын ғына торған да, әйләнеп, үҙенең эргәһендә баҫып торған икенсе кешегә һуғып ебәргән. Ул һуҡҡан кеше был дәүләттәге министрҙарҙың береһе булған. Министр аптырап ҡалған. Ләкин оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ул да йоҙроҡтары менән эргәһендәге кешенең ҡолаҡ төбөнә тондорған.
Шулай итеп, батшанын сәйер ҡылығын ҡабатлап, һәр кем эргәһендәге кешенең яңағына сәпәп сыҡҡан. Сәпәшеү батша һарайынан сығып, бар батшалыҡты урап сыҡҡан. Ә төнөн батшаны ҡатынының йоҙроғо уятҡан.
"Һин ни эшләйһең?" - тип аптыраған батша. "Мин ни эшләгәнемде, ғөмүмән, дәүләтебеҙҙә ни булғанын үҙем дә аңламайым, - тигән ҡатыны. - Ләкин йоҙроҡ менән дөмбәҫләшеү бар илде урап сыҡты, тиҙәр. Бына мине һинен беренсе ҡатынын дөмбәҫләп сыҡты, минән өлкән булғас, уға ҡайтарып һуға алманым. Һинән башҡа минен һуғыр кешем юҡ..." - тигән ҡатын.
"Ҡара әле, яңылыш ҡына йоҙроҡто эшкә еккәйнем, йоҙроғом үҙемә ҡайтты..." - тип аптыраған батша.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас