Салауат районында туҡмап үлтерелгән ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған.
Барыһына ла эскелек ғәйепле. Ире өйөнә ҡайтһа, ҡатынының ныҡ ҡына һуҡтырып алған күрә. Түҙмәй, хәләлен туҡмап ташлай, унан йоҡларға ята. Иртән тороуға ҡатынының мәйетен генә күрә.
Ғәйепле полицияға шылтырата, тикшереү барышында үрҙә күрһәтелгән хәлдәр асыҡлана. Ирҙе, әгәр ғәйепле икәне раҫланһа, төрмө көтә. Енәйәт эше асылған һәм тикшереү бара.