Тәрбиә тирмәһендә
6 Июля 2021, 14:45

Таш, борсаҡ, ҡом һәм һыу

Фәлсәфә профессоры аудитория алдында тороп, биш литрлы һауыт ала һәм уны ҙур булмаған таштар менән тултыра

Фәлсәфә профессоры аудитория алдында тороп, биш литрлы һауыт ала һәм уны ҙур булмаған таштар менән тултыра. Һуңынан студенттарҙан һорай: "Һауыт тулымы?" "Тулы", - тип яуап бирә йәштәр.
Профессор шул уҡ һауытҡа борсаҡ һала. Борсаҡ таштар араһындағы бушлыҡты тултыра. Һунынан һорай: "Һауыт тулымы?" "Тулы", – тип яуаплай тағы ла бирә йәштәр.
Профессор ҙур йәшник алып, эсендәге ҡомдо һауытҡа түңкәрә. Әлбиттә, ҡом бушлыҡты бөтөнләй ябып ҡуя. Тағы шул уҡ һорау янғырай: "Һауыт тулымы?" "Тулы, хәҙер инде туп-тулы", – тип яуап бирә йәштәр.
Шунан профессор өҫтәл аҫтынан һыу ала ла, уны һауытҡа ҡоя.
Студенттар араһында көлөү яңғырай.
– Ә хәҙер минең шуны аңлатҡым килә, – тип дауам итә профессор. – Һауыт – ул һеҙҙең ғүмерегеҙ. Таштар – ғүмерегеҙҙең иң ҡиммәтле, кәрәкле нәмәләре: ғаилә, сәләмәтлек, дуҫтар, балалар – бөтә нәмәне юғалтҡан хәлдә лә, был "таштар" һеҙҙен тормошто барыбер тулы итеп торасаҡ. Борсаҡ – ул бары тик үҙең өсөн генә ҡиммәткә эйә булған нәмәләр: эш, өй, машина. Ҡом – ул ваҡ-төйәк әйберҙәр.
Әгәр ҙә һауытты тәүҙән үк ҡом менән тултырһаң, таш, борсаҡтар өсөн урын ҡалмаясаҡ. Тимәк, ваҡ-төйәккә ваҡытты әрәм итһәң, мөһим әйберҙәр өсөн урын ҡалмаясаҡ. Бәхет килтергән нәмәләр менән шөғөлләнегеҙ: балалар менән уйнау, тормош иптәшең менән ваҡыт үткәреү, дуҫтар менән осрашыуҙар – барыһы ла ысын бәхет сығанаҡтары. Эшләү, өй йыйыштырыу, машинаны йүнәтеү, йыуыу өсөн гел ваҡыт табыласаҡ. Иң элек таштарҙы хәстәрләгеҙ, мөһим нәмәләрҙе уйлағыҙ, ҡалғандары бары тик ҡом ғына ул.
Шул ваҡыт бер студент ҡулын күтәреп, шулай тип һорай:
– Ә һыуҙың бында ни ҡыҫылышы бар?
– Бик шәп һорау. Ни өсөн һауытты һыу менән тултырҙым һуң? Һауыт тулы булһа ла, һыу өсөн урын етте. Тимәк, ғүмерегеҙ нисек кенә тулы булмаһын, ялҡаулыҡ өсөн дә урын табылыр...
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас