Апрелдә төбәк, республика һәм Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүгә өлгәшкән, призлы урындар яулаған уҡыусылар менән осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов уларға Башҡортостандың уникаль урындарына сәйәхәт бүләк итәсәге тураһында вәғәҙә биргәйне. Һәм бына 5 июлдә бер төркөм һәләтле һәм талантлы уҡыусылары ике уҡытыусы етәкселегендә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына сәйәхәткә барҙы. Балаларға ҡурсаулыҡта бик оҡшаған, һәм ошондай матур бүләк өсөн район башлығы Дәмин Марат улына ҙур рәхмәттәрен еткерәләр.