Бер батшаға ҡурҡыныс төш инә, имеш, унын бер-бер артлы бөтә тештәре төшөп бөткән. Бик ныҡ тулҡынланып, ул эргәһенә төш юраусыны саҡырып ала. Тегенеһе уны тыңлағандан һуң, шулай ти: "Батшам, мин һиңә насар хәбәр әйтергә тейешмен. Һин бер-бер артлы бөтә яҡын кешеләреңде юғалтасаҡһың". Был һүҙҙәр батшаның асыуын килтерә. Ул төш юраусыны төрмәгә ябырға ҡуша һәм үҙенә икенсе бер төш юраусыны саҡырып ала. Быныһы, төш тураһында тыңлағас, шулай ти: "Яҡшы хәбәр, батшам! Һин үҙеңдең барлыҡ яҡын кешеләреңдән дә оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең". Батша был хәбәргә ныҡ ҡыуана һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй.
Батшаның хеҙмәтселәре был хәлгә ғәжәпләнеп икенсе төш юраусынан: "Һеҙ бит хакимға тәүге төш юраусы менән бер үк хәбәрҙе еткерҙегеҙ, ни өсөн ул хөкөм ителде, ә һин бүләкләндең?" - тип һораған. "Эйе, беҙ был төштө бер төрлө юраныҡ. Ләкин хәбәрҙең ниндәй булыуы мөһим түгел, уны нисек итеп еткереүең мөһим бит", - тип яуап ҡайтарған төш юраусы.