Оҙаҡ ваҡыт океанда йәшәгән бер тәлмәрйен дауыл мәлендә ҡоро ергә эләгә. Шунан һыу эҙләп, бер соҡорға һикерә. Уныһы ҡоҙоҡ булып сыға. Бында ул ғүмер буйы ошонда йәшәгән икенсе бер тәлмәрйенде осрата.
«Һин ҡайҙан килеп эләктең бында?» – тип һорай унан был тәлмәрйен. «Океандан», – ти икенсеһе. Бер ваҡытта ла океанды күргәне булмаған ҡоҙоҡ тәлмәрйене: «Ә ул океан тигәндәре ҡоҙоҡтан ҙурыракмы?» - тип һорай. «Әлбиттә, ҙурыраҡ», – тип яуаплай океан тәлмәрйене.
Был ҡоҙоҡтан да ҙурыраҡ һыу сығанағы булыуы мөмкин түгел, тип уйлаған ҡоҙоҡ тәлмәрйене ышанмай, уның ҙурлығын үлсәм менән күрһәтеп биреүен һорап, ҡоҙоҡтоң сирек тәрәнлегенә сума ла: «Океан ошо тәрәнлектәме?» – тип ныҡыша. «Юҡ», – ти көлә-көлә океан тәлмәрйене. Тегеһе ҡоҙоҡтоң яртылаш тәрәнлегенә сума һәм: «Океан ошо тәрәнлектәме?» – тип ҡабатлай. «Юҡ», – ти тағы ла океан тәлмәрйене. Тегеһе ҡоҙоҡтоң төбөнә үк төшә һәм һорауын ҡабатлай. Тағы ла кире яуап алғас, ҡоҙоҡ тәлмәрйене сығырынан сыға һәм океан тәлмәрйененә: «Һин алдаҡсы! Бер нәмә лә был ҡоҙоҡтан да ҙурыраҡ һәм тәрәнерәк була алмай!» – тип ҡысҡыра.
Бына шулай, барыһын да үҙ үлсәме менән үлсәүселәр кешеләр араһында ла етерлек инде...